

Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә Туризм буйынса федераль агентлыҡта осрашыуҙа булған.
Ведомство етәксеһе урынбаҫары Елена Лысенкова менән осрашыуҙа Башҡортостандан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов, Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ринат Фәтҡуллин һәм Туризм буйынса үҙәк етәксеһе урынбаҫары Артур Иҙелбаев ҡатнашҡан.
"Башҡортостан ҙур туристик ҡеүәткә эйә. Экологик туризм, шифаханалар, тау саңғыһы курорттары һәм башҡа барыһы бергә үҙенсәлекле мәҙәниәтте хасил итә. Булған ресурстарҙы файҙаланып, инфраструктураны, кадрҙарҙы әҙерләүҙе яҡшыртыу өсөн ярҙам сараларын йәлеп итеп, шул иҫәптән милли проект сиктәрендә, Башҡортостан үҙенә туристарҙы күпләп ылыҡтыра ала", - тип белдергән Елена Лысенкова.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү, айырыуса капиталь булмаған ҡоролмаларҙы, бөтә миҙгелдә эшләгән глэмпингтарҙы, кемпингтарҙы төҙөү, Ростуризм менән Башҡортостандың бәйләнештәрен нығытыуға йүнәлтелгән сараларҙы планлаштырыу осрашыуҙағы төп мәсьәләләрҙең береһе булған.
Елена Лысенкова “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларының мөһимлеге хаҡында әйткән һәм төбәктәге йүнселдәрҙе субсидиялар алыу буйынса буласаҡ конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырған.
"Республикабыҙҙың туристик инфраструктураға булышлыҡ итеүгә гранттар алыуҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашыу, республикала федераль йүнәлешле сара үткәреү мөмкинлеге тураһында һөйләштек", - тип белдергән Рөстәм Афзалов.
Әйткәндәй, былтыр Башҡортостанға 3,48 миллион турист килгән. Был, 2020 йыл менән сағыштырғанда, 20 процентҡа күберәк (2,983 миллион турист).
Фото: Башҡортостандан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.