Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
5 Май 2022, 18:30

"Пушкин" менән "Некрасов" Өфөгә ниңә килгән?

Ә бөгөн Өфөгә “Бөйөк Русь” лайнеры юл тотасаҡ. Был – уның баш ҡалаға икенсе сәфәре.

"Пушкин" менән "Некрасов" Өфөгә ниңә килгән?
"Пушкин" менән "Некрасов" Өфөгә ниңә килгән?

Өфө тарихында тәү тапҡыр дүрт палубалы, оҙонлоғо - 110, киңлеге 14 метр булған “Пушкин” теплоходы “Дуҫлыҡ монументы” пристанендә туҡтаны. Бындай ҙурлыҡтағы берҙән-бер судно Аҡ дингеҙгә сәфәргә сыға, ә был юлы ул “Түбәнге Новгород – Өфө – Түбәнге Новгород” рейсын башҡара.

Теплоход капитаны ярҙамсыһы Александр Грибов әйтеүенсә, улар тәү тапҡыр Өфөлә, 165 туристы килтергәндәр. Матур яр буйын бик оҡшатҡандар, бындай ҙур теплоходҡа һыу тәрәнлеге етерлек булған. Яҙғы ташҡын бындай ҙурлыҡтағы лайнерға  яр буйында туҡталырға мөмкинлек биргән. Баш ҡала пристаненә тағы ла өс палубалы круиз теплоходы туҡтаған – “Николай Некрасов”, “Александр Бенуа”, “Төньяҡ әкиәте”.

Ә бөгөн Өфөгә “Бөйөк Русь” лайнеры юл тотасаҡ. Был – уның Өфөгә  икенсе сәфәре. Аҡ төҫтәге ҙур теплоходты күргегеҙ килһә, “Дуҫлыҡ монументы” пристаненә килегеҙ, ул йомаға тиклем өфөләрҙең иғибарын үҙенә йәлеп итәсәк. Навигация осоронда Башҡортостанға тағы ла 13 судноның килеүе көтөлә.

Фото: Башҡортостан ДТРК-һы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: