Өфөлә “Салауат Юлаев” ветерандары Төньяҡ флоты диңгеҙселәре менән уйнаны.
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм шәхсән үҙемдең исемдән “Салауат Юлаев” ветерандарын, “К-21” командаһын сәләмләйем. Төньяҡ флотында республиканан байтаҡ егеттәр хеҙмәт итә. Һәр ваҡыт ярҙам итергә, бергә булырға әҙербеҙ, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.
Тамашасылар араһында юнармеецтар һәм Өфө мәктәптәре кадеттары күп ине. Улар ике команда өсөн дә янып-көйҙө һәм матчтан һуң ветеран хоккейсыларҙан, диңгеҙселәрҙән автографтар алды.
Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов аңлатыуынса, был көндәрҙә Бөйөк Еңеүгә арналған йөҙләгән сара үткәрелә. “Һәм бөгөнгө уйын – был мөһим ваҡиғаларҙың береһе”, - тине министр.
Әйткәндәй, уйын көнөндә Төньяҡ флоты хәрбиҙәренең тыуған көнө ине. Уларҙы трибунанан ҡотланылар.
Матч ветерандар еңеүе менән 7:4 иҫәбенә тамамланды. Беҙҙең команда составында Михаил Потапов, Руслан Нуретдинов, Денис Афиногенов, Борис Тимофеев кеүек билдәле спортсылар булды. 58 йәше тулған Андрей Кузнецов капитан ине.
- Ҡунаҡсыл Өфөлә булыуы һәйбәт. Беҙ йыраҡтағы Мурманск өлкәһенән бер маҡсат – дуҫлыҡ ептәрен тағы ла нығытыу өсөн килдек. Мотлаҡ хоккей матчында уйнарға, төп байрамдарҙың береһе – Бөйөк Еңеү көнө - менән ҡотларға килдек. Шикләнмәгеҙ – Еңеү һәр саҡ беҙҙең яҡта буласаҡ! – тине Төньяҡ флоты команующийының хәрби-сәйәси эш буйынса урынбаҫары Игорь Курочкин.
Фото, текст: Владимир Леонтьев.