Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Май 2022, 19:30

Кем менән бергә йүгерҙеләр?

Был сара Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм “Молодежная газета” баҫмаһы приздарына уҙғарылды.

Кем менән бергә йүгерҙеләр?
Кем менән бергә йүгерҙеләр?

6 майҙа Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған 73-сө еңел атлетика форумы үткәрелде.

Был ярыштар Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм “Молодежная газета” баҫмаһы приздарына уҙғарылды. Унда Өфөләге барлыҡ мәктәптәр, техникумдар, колледждар һәм юғары уҡыу йорттарынан ҡатнаштылар. Йәш атлеттар, спорт ветерандары ла был саранан ситтә ҡалманы.

Сарала ҡатнашыусыларҙы республиканың спорт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Физик культура һәм спорт идаралығы етәксеһе Егор Сорокин һәм “Молодежная газета”ның баш мөхәррире Елена Киселева сәләмләне. Улар ветерандарҙы етеп килгән Еңеү көнө менән ҡотланы.

Тантаналы сара Мәңгелек утҡа сәскә һалыуҙан башланды һәм Тыныслыҡ йүгереүенә старт бирелде. Унда ҡатнашыусыларҙың береһе Паралимпия уйындары чемпионы Елена Паутова ине.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: