Спорт һәм туризм
7 Мая 2022, 05:41

50-нән ашыу илдән ҡатнаштылар

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостанда үткәрелгән IV асыҡ Евразия хәрби сәнғәт уйындарында 50-нән ашыу илдән, шул иҫәптән Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан, Әрмәнстандан, Азербайжандан, Көньяҡ Осетиянан, Тажикстандан  өс меңдән күберәк спортсы үҙ көсөн һынаны.

Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгенең 14 майҙансығында 21 көрәш һәм милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар уҙғарылды. “Өс ярыш көнө буйынса Рәсәй Федерацияһы һәм сит илдәр араһында дөйөм команда иҫәбе һөҙөмтәләре буйынса һығымталар яһаласаҡ”,  – тип белдерҙе республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.

Айһылыу НИЗАМОВА