Башҡортостанда шахмат, шашка уйнарға яратыусылар бихисап. Тарих сөңгөлдәренә барып тоташҡан был спорт төрҙәре бөгөнгө төрлө һанлы технологиялар, компьютер, гаджеттар донъяһында үҙ популярлығын юғалтмай. Уларҙың төп маҡсаты – кешенең интеллектуаль һәләтен үҫтерергә ярҙам итеүҙә, логик фекерләүҙе арттырыуҙа. Шуғалыр ғүмерҙәре буйына шахмат, шашка уйнаған кешеләр олоғайғас та камил аҡылын, асыҡ зиһенен юғалтмай.
Күптән инде республикабыҙҙа балалар менән шахмат буйынса дәрестәр алып барырға теләгән мәктәп уҡытыусылары өсөн махсус курс үткәрелә. Бындай эшмәкәрлек менән Мәғарифты үҫтереү институты һәм “Толпар” шахмат клубы вәкилдәре шөғөлләнә. Ошондай курстар тамамлағандан һуң, барлыҡ уҡытыусыларға ла махсус сертификаттар, методик әҙәбиәт, шахмат буйынса компьютер программалары тапшырыла.
Башҡортостандың был тәжрибәһе менән Рәсәйҙең Шахмат федерацияһы ла ҡыҙыҡһынған. “Толпар” шахмат клубы вәкилдәре төбәктәрҙә ошо спорт төрөн үҫтереүгә арналған Бөтә Рәсәй конференцияһына саҡырыу алған. Улар был сарала республикала ауыл ере өсөн шахмат буйынса педагогтар әҙерләү тәжрибәһе хаҡында һөйләйәсәк.
Айһылыу НИЗАМОВА