Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Гагарин кубогы кемдә?

Континенталь хоккей лигаһының быйылғы плей-офф финалында Мәскәүҙең ЦСКА-һы Магнитогорскиҙың “Металлург”ы менән осрашҡайны.

Плей-офф уйынының финалында етенсе матч­та илдең баш ҡалаһы хоккейсылары “Метал­лург”ты 4:1 (2:0, 1:1, 1:0) иҫәбенә ҡыйратты. Шулай итеп, Гагарин кубогы – ЦСКА-ла. Баш ҡала клубы серияны 4:3 иҫәбе менән еңде.

2016 йылда ошондай уҡ осрашыуҙа “Металлург” көслөрәк булғайны. Унда ла был командаға баш тренер Илья Воробьев етәкселек итә ине.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас в