Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
7 Май 2022, 10:43

“Салауат Юлаев”та ниндәй яңылыҡтар бар?

Һөжүм итеүсе Станислав Бочкарев һәм ҡапҡасы Илья Ежов “Салауат Юлаев” хоккей клубы составына алыныр, тип көтөлә.

“Чемпионат” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, хоккейсылар менән бер миҙгелгә килешеү төҙөләсәк. 35 йәшлек Илья Ежов үткән миҙгелдә “Витязь” командаһында уйнаған. Континенталь хоккей лигаһының регуляр чемпионатының 2021/22 уйын миҙгелендә ҡапҡасы 32 матчта ҡатнашҡан, улар­ҙың алтауһында командаһына еңеү яуларға бу­лышлыҡ иткән, тик “Витязь” плей-офҡа эләкмәне.

30 йәшлек Станислав  Бочкарев үткән уйын миҙгелендә “Автомобилист” командаһы составында регуляр чемпионат сиктәрендә 42 матчта ҡатнашҡан һәм 20 мәрәй туплаған: ете шайбаны индергән һәм 13 пас биреүгә өлгәшкән. Уның командаһы ла плей-офҡа эләкмәне.

Сит ил хоккейсыларының үҙ илдәренә ҡайтыуы сәбәпле, яңы команда Рәсәй гражданлығы булған спортсыларҙан, шул иҫәптән Өфө хоккей клубы тәрбиәләнеүселәренән торасаҡ.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас в