Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
7 Май 2022, 10:34

Тотош Европа буйлап үткәндәр

Элек-электән халҡыбыҙҙа аттар хужалыҡта киң файҙаланылған, хәрби яуҙаш та булған улар. Юҡҡа ғына ата-бабаларыбыҙ – “Төньяҡ амурҙары” һәм легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың кавалерия дивизияһы яугирҙәре –  ышаныслы дуҫтары менән тотош Европа аша үтмәгән.

Башҡортостанда йылҡы малы ХХ быуатҡа тиклем бер миллион баштан ашыу иҫәпләнгән, хәҙер иһә 120 мең тирәһе генә, тип белдерә белгестәр. Әлбиттә, әлеге техник үҫеш шарттарында атҡа ихтыяждың кәмеүе тәбиғи, тик спорт ярыштары, һыбай туризм, иппотерапия, ҡымыҙ хаҡында оноторға ярамай. Шуға күрә бөгөн дә йәшәйешебеҙҙе атһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Тағы шуныһы: йылҡысылыҡҡа иғтибарҙы арттырып, беҙ милли йолаларыбыҙҙы ла, сәләмәт­легебеҙҙе лә һаҡлай, иҡтисадыбыҙҙы һәм спорт тармағын да үҫтерә алабыҙ.

Мәҫәлән, күптәр үҙ иткән “Терра Башҡортостан”да жокей булараҡ спорт категорияларына эйә профессионалдар түгел, ә һыбай сабырға яратҡан 14 йәштән өлкән һәүәҫкәрҙәр сығыш яһай. Райондарҙа уҙған һайлап алыу бәйгеләрендә башҡорт тоҡомло һәм урындағы тоҡомһоҙ аттар ҙа ҡатнаша ала. Турнирҙың бурыстары мөһим һәм күп. Тәү сиратта – йәштәрҙе йылҡысы­лыҡҡа, ат спортына йәлеп итеү, райондарҙа малсылыҡтың ошо ҙур тармағын тергеҙеү, һәүәҫкәрҙән профес­сионалға күсеү системаһын булдырыу.

2019 – 2025 йылдарҙа үткәреү ҡа­рал­ған “Терра Башҡортостан” ат спорты турниры республика Башлығының “Башҡорт тоҡомло аттарҙы яҡлау көнө тураһын­да”ғы бойороғона ярашлы уҙғарыла.

Быйыл “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының бүләктәр фонды күбәйә, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был буласаҡ спорт сараһының аныҡ суммаһы күрһәтелмәй, әммә ойоштороусылар аҡсалата сумманың һиҙе­лерлек артасағы хаҡында яҙа.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: