Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
14 Май 2022, 19:17

Ҡарар ҡабул ителде

rb7.ru
Фото:rb7.ru

Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө” футбол клубына – һөнәр  һәм ҡаҙаныштар спорты үҫеше менән шөғөлләнгән ойошмаға – республика бюджетынан субсидия бүлеү өсөн ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Рәсми мәғлүмәт порталындағы документта  команданың айырым белгестәре өсөн эш хаҡы күләме күрһәтелгән. Шулай итеп, “Өфө” командаһының баш тренерының хеҙмәт хаҡына –  61400 һум, тренерҙар штабы ағзаларына  56300-әр һум аҡса бүленәсәк. Команда етәксеһе – 49300, табип – 47400, реабилитолог – 47400, массаж яһаусы 28400 һум аласаҡ.

Башҡортостанда уйнаған саҡта футбол­сыларға көнөнә – 1 мең һум, Рәсәй төбәктәренә сыҡҡанда – 3200 һум, сит илдә уйнағанда 150 евро бүленәсәк. Төбәк “Өфө” футбол клубының самолетта осҡан һәр хеҙмәткәре өсөн 15 мең һумдан ашмаған сумманы сарыф итергә әҙер. Айына медикаменттар һатып алыу өсөн – 100 мең һум, эсәр һыу өсөн 10 мең һум аҡса тотоноласаҡ, ә “Өфө”нөң генераль директоры Шамил Ғәзизов Башҡортостан бюджетынан 86800 һум эш хаҡы аласаҡ.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: