Бөтә яңылыҡтар

"Астра"ға ҙур өмөт бағлана

"Уңышлы проект, был – дәүләт спорт комплекстары һәм секцияларына яҡшы альтернатива".

"Астра"ға ҙур өмөт бағлана
"Астра"ға ҙур өмөт бағлана

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Астра” спорт комплексында ике тапҡыр булғайны.

Тәүге тапҡыр - 2021 йылдың 28 июлендә. Радий Фәрит улы унда спорт майҙансыҡтарын ҡараны, тренерҙар, йәш спортсылар менән аралашты.

– Уңышлы проект, был – дәүләт спорт комплекстары һәм секцияларына яҡшы альтернатива, – тине Радий Хәбиров.

16 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәре менән сәнәғәт предприятиеларында булыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Өфө ҡалаһының Октябрь районында “Башкирские самоцветы” компанияһын ҡараны. Бынан тыш, Радий Фәрит улы “Астра Арена” боҙ һарайына һуғылды. Был – заманса ябыҡ ҡап, ул “Астра – спорт биләмәһе” спорт кластерында урынлашҡан.

Шул иғтибарға лайыҡ, был эшҡыуар тарафынан тормошҡа ашырылған Башҡортостандағы беренсе проект. Идеяны Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Венер Ғимазетдинов әйткән. Әйткәндәй, 2021 йылдың июлендә “Сәнәғәт сәғәте”нең күсмә ултырышында Башҡортостан Башлығы (Промтехстрой” компанияһында) “Астра” универсаль спорт комплексы проекты менән яҡындан танышҡайны. Бында, элекке завод биләмәһендә, инвесторҙар фитнес-клуб, батут паркы, гимнастика мәктәбе, бокс залы, ҡаяға үрмәләү майҙаны һәм башҡа спорт ойошмаларын урынлаштырған. 2021 йылдың аҙағында төҙөүселәр ябыҡ боҙ майҙанын төҙөгән.

Венер Ғимазетдинов һөйләүенсә, 2022 йылдың май айында ошо майҙанда “Астра” балалар хоккей мәктәбен асырға уйлай.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в