Башҡортостан
+10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн яңы хоккей аренаһы асыла

Радий Хәбиров: "Беҙгә эшҡыуарҙарҙың ярҙамға килеүе ҡыуаныслы".

Бөгөн яңы хоккей аренаһы асыла
Бөгөн яңы хоккей аренаһы асыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә яңылыҡ менән уртаҡлашты.

"Республикабыҙҙа профессионалдар һәм спорт яратыусылар өсөн спорт ҡоролмаларын күп төҙөйбөҙ, – тип яҙған Радий Фәрит улы. – Спорт һарайҙары, шул иҫәптән боҙ һарайҙары, бассейндар, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары һәм башҡалар. Әммә бюджеттың мөмкинлектәре сикле, һәр ваҡытта ла бөтә ихтыяжды ҡәнәғәтләндереп булмай. Эйе, халыҡ һораған һәр нәмәне төҙөү мөмкин түгел. Уның ҡарауы, беҙгә ярҙамға үҙҙәренең тәҡдиме менән эшҡыуарҙарҙың килеүе шатлыҡлы".

Радий Хәбиров белдереүенсә, бөгөн Өфөлә “Астра” ябыҡ хоккей аренаһы асыла, уны “Промтехстрой” компанияһы төҙөгән. Был элекке тимер-бетон заводы биләмәһендәге универсаль спорт комплексының икенсе сираты, унда 200 йәш хоккейсы шөғөлләнә аласаҡ. Бынан тыш, “Астра” комплексы үҙ эсенә ҡаяға үрмәләү, бал бейеүҙәре, художество гимнастикаһы студияһын, көрәште, һауа акробатын, шахмат академияһын һәм башҡаларҙы ала.

Радий Фәрит улы был урында былтыр июлдә булыуын, балаларҙың күпләп шөғөлләнеүен билдәләгән.

"Уйлауымса, яңы спорт комплексы балаларға һәм ата-әсәләргә күркәм бүләк буласаҡ, бөтәгеҙгә лә уңыштар!" – тине Радий Хәбиров.

Фото: Радий Хәбировтың сәхифәһе.  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в