Баймаҡ районына эшлекле сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында булды.
Радий Фәрит улы тренер-көрәшсе Илшат Ғүмәров иҫтәлегенә ойошторолған “Көньяҡ Урал йәмәғәт башланғыстары союзы” призына үткәрелгән милли көрәш буйынса асыҡ турнирҙы ҡараны.
Бәйгелә республикабыҙҙың ҡала-райондарынан бөтәһе 180 көрәшсе ҡатнашты.
– Мин 1986 йылғы шәп егет, көрәш буйынса чемпион, оҫта тренер Илшат Ғүмәровтың иҫтәлегенә уҙғарылған бәйгелә икенсе тапҡыр ҡатнашам, – тине Радий Хәбиров.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул арабыҙҙан бик иртә китте. Шуға шатланам, Баймаҡ мәктәбе көрәше үҫә, бүтән райондарҙан спортсыларҙы үҙенә йәлеп итә. Барығыҙға ла уңыштар теләйем!
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.