2021 йылда яңы һалым ҡайтармаһын ғәмәлгә индерергә ҡарар иткәйнеләр: граждандар үҙҙәре һәм бәлиғ булмаған балалары өсөн спорт һәм һауыҡтырыу хеҙмәттәренә тотонолған аҡсаның 13 процентын кире ҡайтара алыу хоҡуғына эйә.
Яңы ҡайтарма “социаль ҡайтармалар” төркөмөнә ҡарай һәм ошонда уҡ дауаланыуға, уҡыуға сығымдар, страховка һәм пенсия иғәнәләре инә. Социаль ҡайтармаларҙың дөйөм лимиты бар – бөтәһе 15600 һумды кире ҡайтарырға була.
Шулай итеп, фитнес һәм спорт өсөн һалым аҡсаларын кире алырға мөмкин буласаҡ. Һалым түләүе 2022 йылдың 1 ғинуарынан сарыф ителгән суммаларға ҡулланыласаҡ, йәғни аҡсалата ҡайтарыуҙы 2023 йылда алырға мөмкин буласаҡ, ләкин чектар һәм килешеүҙәрҙе яңы йыл еткәнсе һаҡларға кәрәк. Түләүҙе үҙеңә генә түгел, 18 йәшкә тиклемге балаларға ла алырға мөмкин.
Фитнесҡа һалым ҡайтармаһын алыу өсөн физкультура-спорт ойошмаһының йәки шәхси эшҡыуарҙың йыл һайын Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған исемлектә булыуы мотлаҡ. Һалым ҡайтармаһын 2022 йыл сығымдары буйынса алып буласаҡ. Бының өсөн физкультура-спорт хеҙмәттәре өсөн түләүгә киткән сығымдарҙы раҫлаған документтарҙың булыуы зарур. Улар – килешеүҙең күсермәһе һәм касса чектары.
Айһылыу НИЗАМОВА