-4 °С
Болотло
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәре менән Баймаҡ ҡалаһында икәне хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Радий Фәрит улы социаль селтәрҙә тәьҫораттары менән уртаҡлаша бара.
"Баймаҡ көрәш мәктәбенең үҫеүе, үҙенә бүтән райондарҙан спортсыларҙы йәлеп итеүе ҡыуандыра, – тип яҙған Радий Хәбиров. – Бында көрәш сәме, спорт характеры тәрбиәләнә. Көньяҡ Уралдың бөгөнгө көрәш буйынса асыҡ турнирында ҡатнашыусыларға – ғәҙел һәм ҙур еңеүҙәр, ә тренерҙарға көслө малайҙар тәрбиәләүҙе теләйем".
Фото: Р. Хәбировтың сәхифәһе.