Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
14 Май 2022, 19:16

Гамид Агаларов әле ҡайҙа?

Футбол яратмағандар һирәктер, моғайын. Футболсылар тураһында даими ҡыҙыҡһыныу – был һүҙҙәргә дәлил. Мәҫәлән, Рәсәй Премьер-лигаһының иң яҡшы һөжүм итеүсеһе, “Өфө” клубы һөжүм итеүсеһе Гамид Агаларовтың икенсе клубҡа күсеүе хаҡында имеш-мимеш күп йөрөй.

Башҡортостан командаһы спортсыһының һәр сығышын Европа һәм донъя футбол скауттары күҙәтеп бара. “Аутсайдер булған командала 18 гол индергән уйынсы – бик һирәк осрай торған күренеш. Тик әле Гамид “Өфө”нөң Рәсәй Премьер-лигаһында урынын һаҡлап ҡалыу тураһында ғына уйлана”,  – тип белдергән  “Өфө” футбол командаһының генераль директоры Шамил Ғәзизов. 

Әйткәндәй, күптән түгел Рәсәй Премьер-лигаһының 28-се турында “Өфө” командаһы “Ростов” менән осрашты. Был матчта төп ҡапҡасыбыҙ Александр Беленов булманы. Ул, аяғы ҡаты йәрәхәтләнеү сәбәпле, һуңғы өс айҙа матчтарҙа ҡатнаша алманы, шуға уның урынына ҡапҡабыҙҙы Антон Чичкан һаҡланы. Беренсе тайм 0:0 иҫәбе менән тамамланды. Икенсеһендә өфөләр “Ростов” ҡапҡаһына йыш һөжүм итте. Үрҙә әйтеп үтелгән Гамид Агаларов та ҡунаҡтарҙы бер нисә тапҡыр хәүеф аҫтына ҡуйҙы.

Был матч ике команданың да отмауы менән тамамланды. Һөҙөмтәлә “Өфө” – Рәсәй премьер-лигаһы турнир таблицаһының 15-се урынында. Был иһә ҡалған ике уйында команданың лиганан төшөп ҡалыу ихтималлығына ишаралай.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: