Башҡортостандың йәш боксерҙары Волга буйы федераль округында призлы урындар яуланы.
Күптән түгел Ижевск ҡалаһында үткәрелгән 13-14 йәшлектәр араһындағы беренселектә илдең 14 төбәгенән 257 спортсы көс һынашты, тип хәбәр итә Башҡортостандың Спорт министрлығы матбуғат хеҙмәте. Был турнирҙа мәртәбәле урын яулау Рәсәй ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғын бирә, шуға йәш спортсылар шәп мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырыша.
Ярыштарҙа Башҡортостан исеменән 20 спортсы ҡатнашҡан һәм ике көмөш, алты бронза миҙал яулаған. Икенсе урынға Никита Шумаков (70), Егор Глуховцев (75) сыҡһа, өсөнсө урынды Ярослав Горбатов (40), Артем Ревенко (46), Азат Әхмәтов (66), Денислам Әбҡадиров (70), Сергей Телечко (80 килограмлыҡ ауырлыҡ үлсәме) яулаған.
Айһылыу НИЗАМОВА