Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
14 Май 2022, 19:50

"Оҙон бәйге"не йыл да үткәрергә кәрәк"

Иҫке Сибайҙа үткән бөгөнгө ат ярышында Радий Хәбиров кемгә тай бүләк итте?

"Оҙон бәйге"не йыл да үткәрергә кәрәк"
"Оҙон бәйге"не йыл да үткәрергә кәрәк"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәрендә Иҫке Сибай ауылындағы “Оҙон бәйге” ат ярышын ҡараны. Сара “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсына ярашлы үткән. Иҫке Сибай халҡы был сарала район күләмендә еңеү яулап, 80 мең һум алыуға өлгәшкән, ошо аҡсаны башҡорт тоҡомло аттарҙы танытыу маҡсатында әлеге ярышты уҙғарыуға йүнәлткәндәр.

"Бындай бәйгене беренсегә ойошторҙоҡ, – тине Радий Хәбиров. – Баймаҡ районында башҡорт тоҡомло аттарға бағышланған фестивалде йыл да үткәрергә ҡарар ҡылдыҡ. Бәйгене барыһы ла ярата, ул бай мәҙәни традицияларҙың бер өлөшө, милли спорт төрө. Фестиваль шул уҡ ваҡытта тик ат сабышы ғына түгел. Уға ярашлы, ғилми-ғәмәли конференциялар уҙасаҡ, күргәҙмәләр эшләйәсәк".

20 километр араға ойошторолған ат сабышында Ауырғазы районынан Денис Федоров еңеүсе тип танылды, уға Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы призын – Бәйге ҡушаматлы тай бүләк итте.

Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәрҙә Ауырғазы районы егете Денис Федоровты ысын күңелдән ҡотлаған, уға артабан да уңыштар теләгән, шулай уҡ һәр бәйгесегә изге теләктәрен еткергән.  

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: