Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
14 Май 2022, 19:11

Һәр миҙгелдә лә ҡыҙыҡһыныу кәмемәй

Ҡышҡы уйын төрө тип һаналған хоккейға яҙын да, йәйен дә, көҙөн дә ҡыҙыҡһыныу һис кәмемәй, спорт һөйөүселәр, көйәрмәндәр үҙҙәренең яратҡан командаһы, уйынсылары өсөн борсолоуҙан туҡтамай. Белеүебеҙсә, Өфөләге “Салауат Юлаев”– Рәсәйҙең ике тапҡыр чемпионы булған (2007/2008, 2010/2011), Гагарин (2010/2011), Асыш (2008/2009, 2011/2012), Континент кубоктарын яулаған хоккей клубы (2009/2010).

Һуңғы көндәрҙә Башҡортос­тан хоккей командаһы етәк­селеге төрлө спортсылар менән килешеү төҙөнө. Мәҫәлән, ҡапҡасы Илья Ежов менән бер йылға хоҡуҡи көскә эйә булған  документҡа ҡул ҡуйылған. Ул үткән уйын миҙгелендә Мәскәүҙең “Спартак” командаһында уйнаған, быға тиклем Санкт-Петер­бургтың СКА командаһы сос­тавында Гагарин кубогын яулауға өлгәшкән. “Күптән илдәге төп клубтарҙың бере­һенә эләгергә теләгәйнем. Ваҡытында “Өфө-Арена”ла   байтаҡ уйнарға тура килгәйне. Бындағы мөхит шәп!”  – тип белдергән ул “Салауат Юлаев” клубының матбуғат хеҙмәтенә.

Краснодар ҡалаһында тыуған спортсы “Хоксбери Хокс” (2004/2005), “Сент-Джонс Фог Девилз” (2005-2007), “Мелфорт Мустангс” (2007/2008), Хәрби диңгеҙ флоты (2008-2011), СКА (2011-2016), “Лада” (2016/2017), “Нефтехимик”  (2017-2019), “Витязь” (2019-2022) командаларында уйнаған.

“Салауат Юлаев” хоккей клубының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, хоккейсы Динар Хафизуллин “Аҡ Барыҫ”ҡа күскән. Һөжүм итеүсе  2023/24 йылғы уйын миҙгеленә тиклем был командала уйнаясаҡ.  Әйткән­дәй, ул – Ҡазан хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. 33 йәшлек хоккейсы быға тиклем  “Аҡ Барыҫ”, “Нефтсе”, “Витязь”, СКА командаларында уйнаған. Былтыр ул Санкт-Петер­бургтың СКА командаһынан Михаил Воробьевты алмаштырыу һөҙөмтәһендә юлаевсылар рәтен тулылан­дыр­ғайны. Үткән миҙгелдә Динар Хафизуллин  “Салауат Юлаев” өсөн 45 уйында 12 (3+9) мәрәй тупланы.

Тағы “Салауат Юлаев” командаһының һаҡсыһы һәм элекке капитаны Александр Логинов һөнәри карьераһын тамамланы һәм башҡорт хоккей тренеры булараҡ эш башланы. 20 йылдан ашыу Башҡортостан командаһында уйнаған спортсы хәҙер 2015 йылғы хоккейсыларға күнек­мәләр үткәргән Сергей Саль­никовҡа ярҙам итәсәк. “Спорт карьераһын та­мам­лағас, бик еңел булыр тип уйлағайным, тик хәҙер был ике шөғөлдөң төрлө икәнлеген, тренер һө­нәренең үҙенсәлекле нес­кәлектәрен аңланым. Дө­йөм алғанда, эш үҙемә оҡшай, артабан да ошо юҫыҡта дауам итәсәкмен”, – тигән ул.

Тағы Александр Логинов таң менән – 6 сәғәт 45 минутта  – эштең башланыуына күнегеп китә алмауына, профессиональ һаҡсы булғанда был ғәҙәтенең онотолоуы, әммә бының йәш хоккейсыларҙы тәртипкә өйрәтеүҙә мотлаҡ икәнлеге хаҡында һөйләгән.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: