Баш ҡаланың элек тимер-бетон изделиелар заводы урынлашҡан биләмәһен Өфөнөң һәр кешеһе белә. Унда хоккейсылар һәм боҙҙа фигуралы шыуыу оҫталары шөғөлләнгән “Астра” боҙ аренаһын асыу тантанаһы уҙҙы.
Арена “Астра – спорт биләмәһе” кластерының бер өлөшө. Уға “Промтехстрой” йәмғиәтенең генераль директоры Венер Ғимазетдинов нигеҙ һалған. Өс гектар майҙанда ике спорт залы, ябыҡ боҙ аренаһы, ике бейеү һәм көрәш залы, фитнес, өҫтәл теннисы клубтары, художестволы гимнастика мәктәбе, батут паркы урынлашҡан.
Боҙ аренаһын асыу тантанаһында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Кирилл Чистяков, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова ҡатнашты.
– Башҡортостанда шәхси инвестициялар иҫәбенә спорт объекттары төҙөлөүе мөһим күренеш, – тине Руслан Хәбибов. – “Астра” – үҙенсәлекле проект, артабан да спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән башланғыстарҙы хуплаясаҡбыҙ.
Тантананан һуң “Астра” һәм “Салауат Юлаев” балалар хоккей командалары араһында иптәштәрсә матч дауам итте.
Фото: ufa.ved. info