Бөтә яңылыҡтар

Азат Бадранов яҡшы яңылыҡ еткерҙе

"Республикала бындай вышка берҙән-бер генә, ул “Патриот” паркының айырым үҙенсәлеге буласаҡ".

Азат Бадранов яҡшы яңылыҡ еткерҙе
Азат Бадранов яҡшы яңылыҡ еткерҙе

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙә яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты.

“Беҙҙең “Патриот” паркында парашют-десант вышкаһын монтажлауҙы тамамланылар. Хәҙер уны тәғәйенләнеше буйынса файҙаланырға мөмкин. Оҙонлоғо - 30 метр, ул парашюттан һикереү менән шөғөлләнә башлаған спортсылар өсөн бик кәрәк. Белеүемсә, республикала бындай вышка берҙән-бер генә, минең уйымса, ул “Патриот” паркының айырым үҙенсәлеге буласаҡ.

P.S. Белгестәр әйтеүенсә, вышканан һикереүе самолеттан һикереүгә ҡарағанда ҡурҡынысыраҡ, ни өсөн тигәндә, һауала ерҙе күрмәйһең һәм хәүефте баһалай алмайһың. Әммә, уның ҡарауы, вышканан һикергәндә парашюттың асылмау ихтималлығы юҡ”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан Азат Бадранов.

Фото: Азат Бадрановтың видеояҙмаһынан скриншот.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в