Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
16 Май 2022, 19:30

Дүрт миллион туристы ҡабул итергә әҙербеҙ

Сәйәхәтселәр өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы биш объект исемлеге төҙөлгән.

Дүрт миллион туристы ҡабул итергә әҙербеҙ
Дүрт миллион туристы ҡабул итергә әҙербеҙ

Быйылғы миҙгелдә Башҡортостандағы иҫтәлекле урындарға ике-өс көнлөк тур ойошторорға ниәтләйҙәр. Республиканың милли аш-һыуҙарына, этникаһына айырым иғтибар биреү күҙаллана. Ҡунаҡханаларға, отелдәргә коллективтарҙы күпләп урынлаштырыу көтөлә. “Suleyman Travel” экскурсиялар үҙәгенең генераль директоры Ләйсән Сөләймәнова ошо турала хәбәр итте.

Тармаҡ экспертының фекеренсә, ике-өс көнгә туристар Свердловск, Силәбе, Түбәнге Новгород өлкәләренән күпләп киләсәк. Үҙәк федераль округта һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәгәндәр оҙайлыраҡ маршрутты, биш-ете көнлөк сәфәрҙе һайлай. Туристарҙы төпкөл ауылдарға экскурсиялар ҡыҙыҡһындыра.

Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл Башҡортостан дүрт миллион туристы ҡабул итергә әҙерләнә.

Сәйәхәтселәр өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы биш объект исемлеге төҙөлгән. Улар – Торатау, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Туймазы районындағы Ҡандракүл, Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығы, Нөгөш һыуһаҡлағысы.

Фото: "Реальное время".

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в