Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Май 2022, 22:45

“Сәмәрҡәнде Башҡортостан туристарына асҡым килә”

Радий Хәбиров ике төбәк араһында туризм буйынса хеҙмәттәшлекте үҫтереү теләген белдерҙе.

“Сәмәрҡәнде Башҡортостан туристарына асҡым килә”
“Сәмәрҡәнде Башҡортостан туристарына асҡым килә”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сәмәрҡәнд өлкәһе менән Башҡортостан араһында туризм буйынса хеҙмәттәшлекте үҫтереү теләген белдерҙе.

“Сәмәрҡәнде Башҡортостан туристарына асҡым, уларға сәйәхәт итеү, турҙар, тура рейстар ойоштороу мөмкинлеген биргем килә. Ошоға ынтыласаҡбыҙ.

Сәмәрҡәнд – иң боронғо ҡалаларҙың береһе һәм донъя кимәлендәге ҙур туризм үҙәге. Бында ысынлап та ҡарарлыҡ нимәләр бар. Сәмәрҡәндең архитектура һәм тарихи ҡомартҡылары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Мәҫәлән, улар иҫәбендә – Гур-Эмир мавзолейы – Аҡһаҡ Тимерҙең ҡәбере һәм башҡа бик күп иҫтәлекле урындар.

Аҡһаҡ Тимергә бәйле Башҡортостандың үҙ тарихы бар. Шишмә районында 14-се быуаттың һоҡланғыс ҡомартҡылары һаҡлана, һәм халыҡҡа ошондай урындарҙы асырға кәрәк тигән фекер ҙә бар. Был йәһәттән Сәмәрҡәндтең, уның музей һәм тарихи комплекстары тәжрибәһе беҙгә бик файҙалы буласаҡ”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/wall413272232_805392

Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_805392

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: