Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Май 2022, 17:20

Сит ил спортсылары ҡатнашырға теләй

gus-info.ru
Фото:gus-info.ru

“Һәммәбеҙ хәбәрҙар булған төрлө сикләүҙәр спорт тармағын да урап үтмәне. Быйыл спорт саралары беҙҙә үткәрелерме икән?

 Т. МӘҒӘФҮРОВ”.

– Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Чернышенко халыҡ-ара спорт ойошмаларының сикләүҙәренә бәйле спорт сараларын ойоштороу буйынса пландары менән уртаҡлашты.

“Беҙ бергә. Спорт” хәрәкәте аныҡланасаҡ, саралар график буйынса үткәреләсәк. Шулай уҡ Рәсәйҙең Спорт министрлығы оператив рәүештә илдә үткәрелергә тейешле Берҙәм ярыштар календары планын ҡараны. Һөҙөмтәлә быйыл 134 Олимпия һәм Олимпия уйындарына ҡарамаған 4,5 мең спорт сараһын үткәреү ҡаралған: был – чемпионаттар, Рәсәй беренселектәре һәм башҡа ярыштар. Уларҙан 1,2 меңе үткәрелгән. Был сараларҙа ҡатнашырға сит ил спортсылары ла теләк белдергән.

Шулай уҡ Дмитрий Чернышенко 26 – 31 майҙа Башҡортостанда (Октябрьский ҡалаһында үткәрелер, моғайын) спорт акробатикаһы буйынса ярыштар ойоштороласағы хаҡында әйткән.

Спорт өлкәһенә ҡағылышлы тағы бер яңылыҡ хаҡында яҙмаҡсыбыҙ. 2007 йылдан алып “Өфө-Арена”ның “Салауат Юлаев” хоккей клубының боҙ майҙансығы икәнлеге хаҡында беләбеҙ. “Салауат Юлаев” хоккей клубы генераль директоры Ринат Бәшировтың хәбәр итеүенсә, универсаль был спорт аренаһының исемен алмаштырыуҙары ихтимал. Шулай уҡ уның әйтеүенсә, спорт объекты – республика ҡарамағында һәм ҡарар команда вәкәләттәре сиктәрендә генә хәл ителмәй.

“Был мәсьәлә ҡаралды. Бер нисә тәҡдим бар. Беҙ өҫтәмә сығанаҡ килеменән баш тартмаясаҡбыҙ”, – тип белдергән Өфө хоккей клубы етәксеһе “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына. Ринат Бәширов шулай уҡ яңы миҙгелдә “Салауат Юлаев” хоккей клубының, легионерҙар китеү сәбәпле, финанс йәһәттән күберәк мөмкинлектәре барлыҡҡа килеүе, шуға билеттарға, билдә атрибуттарына хаҡтарҙың кәмейәсәге хаҡында белдергән.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: