Эверест бейеклегенә Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ күтәрелде. Вероника Зарипова планетаның иң юғары нөктәһенә 17 майҙа иртәнге сәғәт дүрттә менеп етте. Ул – Эвересты буйһондорған Рәсәй ҡатындарының 12-сеһе.
“Башҡортостандан беренсе ҡатын-ҡыҙ Эверест бейеклегендә. Рәсәйҙең 12 аҫыл заты Эверест түбәһендә. Зарипова - беренсе! Мин һеҙҙең барығыҙҙы ла яратам. Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт, мине дәртләндереп тороусыларым”, –тип яҙған сәйәхәтсе социаль селтәрҙәрҙә.
Был ваҡиғанан алда ғына Өфө ҡалаһы егете, эшҡыуар һәм альпинист Сергей Белкин Эверестҡа күтәрелеп, Башҡортостан флагын ҡаҙағайны.
Фото: alprepublic