Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Май 2022, 16:30

“Ваҡыт йылғаһы” ҡунаҡтар көтә

Бөтөн Рәсәйгә билдәле булған фестиваль 20 майҙа эш башлай

“Ваҡыт йылғаһы” ҡунаҡтар көтә
“Ваҡыт йылғаһы” ҡунаҡтар көтә

"Ваҡыт йылғаһы" тарихи реконструкция фестивалендә тамашасылар XVII быуат славяндарының, XVIII быуат аҙағындағы башҡорттарҙың тормошо һәм хәрби традициялары менән танышасаҡ.  Хәрби лагерь 1812, Беренсе донъя һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы интерактив майҙансыҡтарына бүленәсәк. Фестивалдең үҙәк сараһы - 1942 йылдың йәйендә Бөйөк Ватан һуғышын реконструкциялау. Шулай уҡ сарала Башҡортостан халыҡтарының халыҡ кәсептәре, боронғо уйындар, үткән дәүерҙең музыкаль мәҙәниәте күрһәтеләсәк.

Быйылғы фестивалдә уҡыусыларға йүнәлтелгән саралар күп. 20 майҙа уҡыусылар ата-әсәләре менән бергә тыуған еренең тарихы һәм мәҙәниәте буйынса интерактив майҙансыҡтарҙа ҡатнаша аласаҡ. 21 майҙа фестиваль бөтә туристар өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ.

— Рәсәй туризмы тармағында тарихи йүнәлешле фестивалдәр айырым урын биләй — бындай саралар киң күләмле байрамдарға әйләнә һәм тарихи, патриотик белем биреү һәм төбәктең туристик өлөшөн үҫтереү буйынса бер нисә бурысты хәл итә. "Ваҡыт йылғаһы" тарихи реконструкцияһының мәғариф фестивале бер нисә йыл эсендә ҡала сараһынан бөтә Рәсәй фестиваленә әүерелде, — ти эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Һуңғы йылдарҙа "Ваҡыт йылғаһы" фестивале бер нисә тапҡыр Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы еңеүсеһе булды һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенән грант алды, Рәсәйҙең Милли ваҡиғалар календарына инде.

2020 йылда "Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған иң яҡшы туристик сара" номинацияһында беренсе урын алып, "Тарихи йүнәлештең иң яҡшы туристик ваҡиғаһы" номинацияһында беренсе урын алып, сара туризмы өлкәһендә Милли премияға лайыҡ була.

– Беҙҙең фестиваль 6-сы тапҡыр үтәсәк, быйыл интерактив майҙансыҡтарҙың йөкмәткеһе яҡшыраҡ булыр тип көтәбеҙ. Быйыл интерактив майҙансыҡтар, шулай уҡыусылар өсөн белем биреү квесттары буласаҡ. Фестиваль программаһы тураһында ентекле мәғлүмәт менән "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәлә танышырға мөмкин, — ти фестивалде ойоштороусыларҙың береһе Руслан Хәмиҙуллин.

Йыл һайын фестивалдә Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәгенән 200-гә тиклем реконструктор ҡатнаша, унда уртаса 3 меңдән 7 меңгә тиклем турист килә. 

Үткәреү урыны — "Бөрө ҡәлғәһе" тарихи паркы, сараға инеү бушлай. Сараның социаль селтәрҙәрендәге бәйләнеш мәғлүмәте — https://vk.com/vir_river_time

 

“Ваҡыт йылғаһы” ҡунаҡтар көтә
“Ваҡыт йылғаһы” ҡунаҡтар көтә
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: