Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
20 Май 2022, 15:00

Даниил Квят футбол уйнай

novayaepoxa.com
Фото:novayaepoxa.com

Рәсәй автоуҙышсыһы Даниил Квят, йәш булыуына ҡарамаҫтан, донъяла билдәле спортсы. “Формула-1” класында сығыш яһаған егет 2013 йылда GP3 серияһында чемпион исемен яулағайны.

Даниил – Өфө егете. Ул бәлә­кәй­ҙән техникаға тар­тылған. Уҡытыусылары әйте­үенсә, мәк­тәптә уҡығанда теннис тү­ңәрә­генә йөрөгән, бала саҡтан ли­дер­лыҡ һәләтенә эйә булған.

Малайҙың ата­һы бер тап­ҡыр уны Мәскәүҙәге картинг үҙәгенә алып барған, шул мәлдән алып Даниил автоспорт менән әүҙем шөғөлләнә. Яҡташыбыҙ инглиз, итальян, испан телдәрендә иркен аралаша.

Әйткәндәй, 26 йәшлек спортсы – Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Эрик Мусиндың ейәне, ә Эрик Ғәфүр улы сығышы менән Ейәнсура районының Байыш ауылынан.

“Формула-1” уҙыштарының элекке пилоты Даниил Квят Монакола үткәреләсәк хәйриә футбол матчында ҡатнашасаҡ. Уйын 24 майҙа “Луи II” стадионында  уҙасаҡ, тип хәбәр итә “Чемпионат” сайты. Яҡташыбыҙ эләккән “йондоҙ”ҙар командаһы “Формула-1” пилоттары менән беренселек өсөн алышасаҡ. Даниил Квят менән бергә Монако принцы Альберт икенсе, исеме тотош донъяға билдәле грек тенниссыһы Стефанос Циципас, шулай уҡ “Рома” футбол клубының легендар уйынсыһы Франческо Тотти уйнаясаҡ. Ярышасаҡ ҡаршы яҡ команда спортсыларының исемдәре күптәргә таныш: Фернандо Алонсо, Себастьян Феттель, Кими Райкконен һәм Валттери Боттас.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: