

Рәсәй Футбол союзы Бөтә Рәсәй “Рәсәй – футбол иле!” күмәк футбол уйнау буйынса проекттар смотр-ҡарауының милли этабына йомғаҡ яһаны.
Унда “Өфө” футбол клубы “Күмәк футбол үҫеше өлкәһендә иң яҡшы профессиональ клуб” номинацияһында икенсе урынды яулаған.
“Рәсәй – футбол иле!” конкурсы күпләп футбол уйнауҙы хуплаған, кешеләрҙе был спорт төрөнә йәлеп иткән, уның төрлө төрҙәре менән шөғөлләнеүгә өндәгән проекттарҙы эҙләй һәм дәртләндереү маҡсатында барлыҡҡа килгән. Һәр ҡатнашыусы үҙ проектының үҫеше өсөн 250 мең һум аҡсаға йәки ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булыуы бар.
Рәсәй Футбол союзы президенты Александр Дюков: “Конкурстың икенсе миҙгелендә илебеҙҙең төрлө төбәгендә үҫеште күҙаллаған 100-ләп башланғыс тәҡдим ителде. Уларҙың 59-ы милли этапҡа күсте һәм уларҙың барыһын да Рәсәй Футбол союзынан аҡсалата бүләк менән баһаларға булдыҡ”, – тип белдергән.
Еңеүселәрҙе Рәсәй Футбол союзы конференцияһында бүләкләйәсәктәр. Ул 28 майҙа Өфөлә ойошторола.
Айһылыу НИЗАМОВА