Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
20 Май 2022, 14:55

Шакир беҙҙән киткәйне...

sport-express.ru
Фото:sport-express.ru

“Салауат Юлаев” хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе Шакир Мөхәмәҙуллин Америка хоккей лигаһында беренсе мәрәйен яуланы.

Шакир Мөхә­мәҙул­лин – “Салауат Юлаев” хоккей ко­ман­даһы һаҡсыһы, Йәш үҫмерҙәр­ҙең донъя чемпионатында (U-18) көмөш миҙал яулаусы, “Саҡы­рыу” донъя кубогы (U-18) еңеүсеһе, Глинки/Гретцки (U-18) кубогы хужаһы, Йәштәр хоккей лигаһы регуляр чемпионатының “Көнсығыш” кон­фе­ренцияһы һәм Йәштәр донъя чемпионаты еңеүсеһе. Әле йәш хоккейсы “Ютики Кометс” клубы өсөн уйнай. Ул “Рочестве Американз” командаһына ҡаршы матчта икенсе хоккейсыға һөҙөмтәле пас бирҙе, әммә был уларҙың командаһына еңеү яуларға ярҙам итмәне.

“Салауат Юлаев” хоккей клубының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан клубы һәм Милли хоккей лигаһы клубы  “Нью-Джерси Девилз” араһында ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, Шакир Мөхәмәҙуллин миҙгелде  “Ютика Кометс”та үткәрәсәк. Киләһе миҙгелдә туған клубы өсөн уйнаясаҡ.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: