Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
20 Май 2022, 14:57

Йүгерәйек, баш ҡаланы еңеүсе итәйек!

tumentoday.ru
Фото:tumentoday.ru

22 майҙа Рәсәйҙең бер юлы 85 ҡалаһында, Камчатканан Калининградҡа тиклем,  йүгереү буйынса ярыштарға старт биреләсәк.

Тотош илдә барлығы 120 мең кеше ошо ярым марафонда ҡатнашасаҡ. Башҡортостанда йәшәгән кешеләр ҙә был сараға әүҙем ҡушыла ала:  22 майҙа 11 сәғәттә  Өфө ҡалаһында Телеүҙәк эргәһендәге Салауат Юлаев исемендәге майҙанда старт бирелә. Ике меңдән ашыу кеше 1, 5, 10 йәки 21,1 километр арауыҡҡа ярыштарҙа үҙен һынай ала.

Бынан тыш, Өфө “Рәсәйҙең йүгереү буйынса иң яҡшы ҡалаларының береһе” тигән конкурста ҡатнашасаҡ. Ҡатна­шыусыларҙың уртаса километражы, йүгергән кешеләрҙең дөйөм ҡала халҡына ҡарата нисбәте һәм ҡатнашыусыларҙың уртаса тиҙлеге кеүек талаптар буйынса еңеүселәр асыҡланасаҡ. Был сарала алға сыҡҡан ҡалаға күсмә кубок тапшырыласаҡ. Унда иһә 2017 йылдан быға тиклем үткәрелгән ошондай спорт сараһында еңеп сыҡҡан ҡалаларҙың исеме ҡайып яҙылған.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: