Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
20 Май 2022, 15:02

Яңы боҙ аренаһы асылды

Баш ҡалалағы элекке тимер-бетон әйберҙәре заводы биләмәһендә “Астра” боҙ аренаһы асылды.

Яңы объектта ике универсаль спорт залы, скалодром, фитнес-клуб, художестволы гимнастика мәктәбе, ике бейеү залы, батут паркы, өҫтәл теннисы клубы, көрәш залы һәм акробатика студияһы урынлашҡан. Өфө ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, был яңы арена “Астра – спорт биләмәһе” кластерына ҡарай.

 – Башҡортостанда шәхси инвестициялар һөҙөмтәһендә яңы спорт объекттарының асылыуы ҡыуаныслы. “Астра – спорт биләмәһе” – уникаль проект. Артабан да Башҡортостанда спорт үҫешенә йүнәлтелгән проекттарҙың тормошҡа ашырылыуына булышлыҡ итәсәкбеҙ, – тип белдерҙе объектты асыу тантанаһында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: