Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

“Меңәрләгән баланың хыялы тормошҡа ашасаҡ”

"Был хыялымды тормошҡа ашырыу йәһәтенән өсөнсө тапҡыр тырышыуым. Тәүге тапҡыр был 2006 йылда, Мортаза Ғөбәйҙулла улы хакимиәтендә эшләгәндә булғайны..."

“Меңәрләгән баланың хыялы тормошҡа ашасаҡ”
“Меңәрләгән баланың хыялы тормошҡа ашасаҡ”

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров күп функциялы Көрәш һарайы төҙөлөшө барышы менән танышты.

Был һарай баш ҡаланың 2024 йылда билдәләнәсәк 450 йыллығына төҙөлгән төп юбилей объекттары иҫәбендә. Ул Христостың терелеүе ҡорамы артында, Муса Гәрәев, архитектор Рехмуков, Рудольф Нуреев һәм Комсомольская урамдары киҫелеше кварталында төҙөлә.

Буласаҡ объекттың майҙаны – 28 мең квадрат метр, төҙөлөш өсөн бүленгән участка 42,7 мең квадрат метр тәшкил итә. Дүрт ҡатлы бина классик стилдә буласаҡ, периметр буйынса колонналар менән биҙәләсәк. Уның концепцияһы ниндәйҙер кимәлдә Боронғо Грецияны хәтерләтәсәк.

Проект архитекторы Андрей Стариков әйтеүенсә, һарайҙа һигеҙ спортзал, шул иҫәптән трибуналы 3400 урынлыҡ универсаль спорт-концерт, тренажер, алты келәмлек көрәш, икешәр келәмлек дүрт һәм дөйөм физик әҙерлек залдары, медицина үҙәге буласаҡ.

Ошонда уҡ балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, спортсылар өсөн ҡунаҡхана, ресторан, спорт барҙары, 25 метрлыҡ бассейнлы фитнес-үҙәк урынлашасаҡ. Көрәш һарайында көрәштең төрлө төрҙәре буйынса халыҡ-ара, федераль һәм төбәк кимәлендәге ярыштар ойоштороласаҡ.

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев  әйтеүенсә, 2024 йылға тиклем һарайҙың тирә-яғы ла төҙөкләндереләсәк.  Бында баскетбол, волейбол, мини-футбол майҙансыҡтары, йүгереү юлдары, туҡталҡа эшләү күҙаллана.  

– Көрәш һарайы – минең күптәнге хыялым. Төҙөүселәр был объектты 2024 йылдың мартында сафҡа индерергә вәғәҙә итә һәм ниһайәт, беҙҙә заманса көрәш үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Бер генә хәл ителмәгән мәсьәлә бар - эргәләге ҡорамды реконструкциялап бөтөү, – тине Радий Хәбиров. 

Илдәге иң ҙур Көрәш майҙанына төҙөлөш стартын Башҡортостан Башлығы 2019 йылдың авгусында биргәйне, почетлы ҡунаҡтар менән нигеҙ ташын һәм ваҡыт капсулаһын һалғайны.

2021 йылдың ноябрендә Көрәш һарайы Өфөнөң  450 йыллығына төҙөләсәк  объекттар исемлегенә индерелде. 2022 йылдың ғинуарында  Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин федераль ҡаҙнанан уның төҙөлөшөнә 1,1 миллиард һум аҡса ебәрергә ҡарар итте.

Радий Хәбиров яҡшы яңылыҡтары менән социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәләрендә лә бүлеште. Унда  түбәндәге юлдар бар:

“Был минең хыялымды тормошҡа ашырыу йәһәтенән өсөнсө тапҡыр тырышыуым.  Тәүге тапҡыр был 2006 йылда, Мортаза Ғөбәйҙулла улы хакимиәтендә эшләгәндә булғайны. Ул саҡта һарайҙы төҙөү өсөн урын таптыҡ, техник бурыстарҙы үтәнек. Әммә Мәскәүгә күсеүем сәбәпле, проект тормошҡа ашманы. Икенсеһе мин Красногорск мэры булып эшләгәндә булды. Унда ла шәп участка табылды һәм проект эшләнә башланы. Әммә был юлы Өфөгә күсеүем сәбәпле, проект тағы тороп ҡалды. Ниһайәт, өсөнсө тапҡыр тырышлығыбыҙ  тормошҡа ашырыла – төҙөлөш бара. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә уңыштар һәм көс-ҡеүәт бирһен һәм меңәрләгән ҡыҙҙарға һәм малайҙарға спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар буласаҡ”, - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.

Фото: Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в