Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
22 Май 2022, 15:00

Афарин, Ғаяз!

Әбйәлилдән Ғаяз Шөғүров Татарстандан оло еңеү менән ҡайтты.

Афарин, Ғаяз!
Афарин, Ғаяз!

Татарстан Республикаһының Болғар ҡалаһында милли командалар араһында билбау көрәше буйынса Донъя кубогы үтте. Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Әбйәлил районының Асҡар балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең ике тәрбиәләнеүсеһе - Ғаяз Шөғүров менән Өфө күп профилле колледжы студенты Арсен Шәрипов ҡатнашты (тренерҙары- Р.Әбделғәзин һәм Ф.Шәрипов).
Донъя кубогында 25 илдән 150-нән ашыу спортсы үҙ көсөн һынаны.
Ғаяз Шөғүров финалға Тажикстан вәкиле менән сыҡты һәм 60 килограмм ауырлығындағы категорияла ышаныслы еңеү яулап, Донъя чемпионы тип танылды. Донъя чемпионын район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов та ҡотланы. Афарин, Ғаяз!

Сығанаҡ һәм фото: "Осҡон" гәзите.

Афарин, Ғаяз!
Афарин, Ғаяз!
Афарин, Ғаяз!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в