Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
22 Май 2022, 18:45

Өфөлә – байрам һәм ҙур ваҡиға!

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев Өфөнөң 450 йыллығы бренды сағылған футболка кейеп йүгергән.

Өфөлә – байрам һәм ҙур ваҡиға!
Өфөлә – байрам һәм ҙур ваҡиға!

Бөгөн Өфө иң күләмле йүгереү сараһы – VI “ЗаБег.РФ” бөтә Рәсәй ярыммарафонына ҡушылды. Унда шулай уҡ билдәле сәйәсмәндәр һәм спортсылар ҡатнашты.

“Бөгөн Өфөлә байрам һәм ҙур ваҡиға! Рәсәйҙең 85 төбәге беҙҙең менән – был бик шәп! Максим Забелин, Ирек Сәғитов, Ратмир Мәүлиев менән бергә “ЗаБег.РФ”та ҡатнашып, дистанцияны йүгереп үттек. Беҙ – спорт һөйөүсе берҙәм ил! Беҙ – бөйөк ҡеүәтле ил!” – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов. Бөгөн төрлө арауыҡҡа йүгереүҙә 2200 ашыу кеше ҡатнашты. Уларҙың иң өлкәненә – 80 йәш, иң кесеһенә бер йәш тә тулмағайны.

“ЗаБег.РФ” ярыммарафоны алтынсы тапҡыр уҙғарылды. Ул бөтә илде берләштерҙе: Рәсәйҙең Камчатканан алып Калининградҡа тиклемге 85 ҡалаһында бер үк ваҡытта 120 мең кеше стартҡа баҫты.

Өфөлә ярыш иртәнге сәғәт 11-ҙә Телеүҙәк эргәһендәге Салауат Юлаев майҙанында башланды. Өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары бер биш, ун һәм 21,1 километр арауыҡҡа йүгереүҙә көсөн һынап ҡараны.

Бынан тыш, Өфө Рәсәйҙең йүгереүсе баш ҡалаһы исеменә конкурста ла ҡатнашты. Еңеүсе ҡала 2017 йылдан алып ошо сарала еңеү яулағандарҙың исемдәре сағылған күсмә Кубок менән бүләкләнә.

Ярыммарафонда Өфө мэры Ратмир Мәүлиев 2024 йылда билдәләнгән баш ҡаланың юбилейын байрам итеү брендбугының бер өлөшөн күрһәтте.

“Хәйерле йәкшәмбе иртәһен меңдәрсә кеше ошонда, “ЗаБег”та ҡаршылай, һәм сираттағы тапҡыр Өфөнөң спорт һөйөүсе ҡала булыуын раҫлай. Мин биш километр арауыҡты йүгереп үттем. Әйткәндәй, ҡалабыҙҙың 450 йыллығы бренды сағылған футболка кейеп йүгерҙем. Ошо рәүешле юбилей брендбугын асабыҙ. Уның элементтары тиҙҙән республиканың баш ҡалаһы урамдарын биҙәр”, – тине Ратмир Мәүлиев.

Уның футболкаһында стилләштерелгән “Өфө 450” логотибын, ә арҡаһында ҡала символы булған һыуһарҙың ҡойроғон күрергә мөмкин.

Фото: bashinform.ru/news

Сығанаҡ: bashinform.ru/news

 

Өфөлә – байрам һәм ҙур ваҡиға!
Өфөлә – байрам һәм ҙур ваҡиға!
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: