Бөтә яңылыҡтар

Стәрлетамаҡтар велоспортты һайлай!

"1000 велосипедсы көнө" ҡалала ысын мәғәнәһендә спорт байрамына әүерелде.

Стәрлетамаҡтар велоспортты һайлай!
Стәрлетамаҡтар велоспортты һайлай!

Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театр берләшмәһе майҙаны үҙенә 1200 ашыу велосипедсыны йыйҙы.


Шуныһы һөйөнөслө: ҡатнашыусылар араһында балалар ҙа бар. Был акцияға улар ихлас әҙерләнгән, үҙ ҡулдары менән биҙәлгән велосипедтары  байрамға үҙенсәлекле йәм өҫтәне.


- Бөгөн мин һеҙҙең менән бергә велоуҙышта ҡатнашам. Бөгөнгө көн ҡыҙыҡлы һәм сағыу тәьҫораттар ғына килтерер тип уйлайым. Яҡшы старт һәм еңел финиш һеҙгә, -  тип сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов.


Күнекмәләр эшләп алғандан һуң, ҡатнашыусылар ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтте. Юл оҙонлоғо 10 километр тәшкил итте.
Велоуҙыштан һуң барыһы ла ҡаланың ижади коллективтары сығышын ҡарап, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтты!

Стәрлетамаҡтар велоспортты һайлай!
Стәрлетамаҡтар велоспортты һайлай!
Стәрлетамаҡтар велоспортты һайлай!
Стәрлетамаҡтар велоспортты һайлай!
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас в