Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
23 Май 2022, 23:00

Өфөлә ишеү слаломы комплексы төҙөлә

Радий Хәбиров: "Әле унда эштәр башланды ла инде. 2023 йылдың декабренә тапшырырбыҙ тип ышанам".

Өфөлә ишеү слаломы комплексы төҙөлә
Өфөлә ишеү слаломы комплексы төҙөлә

23 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең Ишеү слаломы федерацияһы конференцияһында ҡатнашты. Унда 2021 йылдың спорт миҙгеленә йомғаҡ яһалды, яңы геосәйәси хәл шарттарында яҡын киләсәккә пландар билдәләнде.

Федерацияның попечителдәр советы рәйесе, Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров конференцияның һуңғы ике йылда беренсе тапҡыр ошондай форматта уҙғарылыуын билдәләне.

“Коронавирус сәбәпле пандемия булды. Ә хәҙер көнбайыш илдәре Рәсәйгә ҡаршы киҫкен кампания башланы. Спортсылар сәйәсәттән ситтә булырға тейеш тә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға ҡарата мөнәсәбәт үҙгәрҙе”, – тине Сергей Лавров.

Ул шулай уҡ яңы спорт календары булдырылыуын, илдә ишеү каналдарының төҙөлөүен, бының спортсыларға үҙ статусын тоторға булышлыҡ итәсәген билдәләне.

Үҙ сығышында Радий Хәбиров республикала ишеү слаломын үҫтереүҙе хәстәрләгәндәре өсөн Рәсәйҙең Ишеү слаломы федерацияһы етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

“Бөгөн Мәскәүҙә Федерацияның попечителдәр советы рәйесе, сит илдәр эше министры Сергей Лавров менән Өфөләге ишеү слаломы комплексы киләсәге тураһында һөйләштек.

Әле унда эштәр башланды ла инде. 2023 йылдың декабренә тапшырырбыҙ тип ышанам. Икенсе сиратын проектлауға ла күсәбеҙ, уны 2024 йылда төҙөп бөтөрөргә тейешбеҙ. Уникаль урын һайланды – Инорстағы Йылы күле электр станцияһы һыуҙары менән тулыланыуы арҡаһында, ҡышын да туңмай. Тимәк, йыл әйләнәһенә күнекмәләр уҙғарырға мөмкин буласаҡ. Һис нәмәгә ҡарамаҫан, төҙөлөш дауам итәсәк, сөнки беҙ спортсыларға һәм унда йәшәгән кешеләргә вәғәҙә иттек. Бер юлы күл тирәләй биләмәне лә төҙөкләндерәсәкбеҙ, бында ололарға ла, балаларға ла ял итеү өсөн шарттар булдырыласаҡ.

P.S. Сергей Викторовичҡа һәм Рәсәй Сит ил эштәре министрлығына беҙҙең спортсылар, халҡыбыҙ исеменән донъя кимәлендә илебеҙ мәнфәғәтендә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт еткерҙем. Тағы ла фото бүләк иттем, унда студент Сергей Лавров Ағиҙел буйлап аға. “Тап Башҡортостанда мин үҙемде тәбиғәт менән берләшкән кеүек тойҙом”, - тине ул. Икенсе бүләк итәсәк фото беҙҙең ишеү слаломы комплексын асыу сараһынан булыр тип ышанам”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.

Фото: республика Башлығы сайты.

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: