Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
23 Май 2022, 11:15

Республикабыҙҙа көрәш үҙәге буласаҡ

Көрәш һарайы кешеләрҙе күпләп йәлеп итер урынға әйләнә. 

Республикабыҙҙа көрәш үҙәге буласаҡ
Республикабыҙҙа көрәш үҙәге буласаҡ

Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Көрәш һарайы төҙөү буйынса фекерҙәрен еткерҙе. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был ялдарҙа ул төҙөлөш урынында булды һәм эштәр барышы менән танышты. Уның әйтеүенсә, һарайҙы төҙөү тирә-яҡ биләмәләрҙе төҙөкләндереү менән бергә алып барылырға тейеш.

– Унда кешеләр күпләп йыйылырлыҡ яңы урын барлыҡҡа киләсәк. Шулай булғас, мәктәп тә төҙөргә, поликлиниканы ла тәртипкә килтерергә кәрәк. Юлдарҙы ремонтларбыҙ, был йәһәттән эш күп. Ғөмүмән, ул яҡта биләмә бик ҙур, күпләп балалар йәшәй, шуға күрә тулы тәртип кәрәк. Минеңсә, Көрәш һарайы өсөн бик матур урын һайланыҡ, – тине ул.

Радий Фәрит улы Спорт министрлығына мәктәптәрҙә спорт көрәшен үҫтерергә ҡушты. Шулай уҡ ул кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы Халыҡ-ара спорт көрәше көнө менән ҡотланы.

– Был көндө, 1904 йылда көрәш буйынса беренсе донъя чемпионаты үткән. Беҙ республикала спорттың был төрөн үҫтереү өсөн ҙур көс һалабыҙ. “Мәктәптәргә спорт көрәше” программаһына 83 мәктәп ҡушылды. План буйынса 200-гә еткерергә кәрәк, – тине ул.

Артабан Радий Хәбиров Башҡортостандың Спорт көрәше федерацияһының ветерандар советы рәйесе Нурулла Хисмәтуллин менән спорт көрәше федерацияһының вице-президенты Радмир Хәйруллинға Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: