Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
23 Май 2022, 16:00

Сәмәрҡәндте барып күрәйек!

Радий Хәбиров беҙҙең туристар өсөн яңы матур йүнәлеш асырға тәҡдим итә. 

Сәмәрҡәндте барып күрәйек!
Сәмәрҡәндте барып күрәйек!

16-18 майҙа Башҡортостандан ҙур делегация эш сәфәре менән Үзбәкстанда булып ҡайты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселек иткән делегацияға Хөкүмәт ағзалары һәм эшҡыуарҙар инде. Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә был сәфәргә йомғаҡ яһалды.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, Үҙбәкстан бик тиҙ үҫешә, сәнәғәт һәм социаль өлкәһе яҡшы үҫеш динамикаһында. Уларҙан өйрәнәһе нимәләр күп. Улар яғынан да беҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙур.

– Бик бай программалы сәфәр булды. Беҙ эш төркөмө булдырабыҙ тип килештек, быны Үзбәкстан Премьер-министры ла хупланы. Уға ярашлы "юл картаһы" эшләнәсәк. Мәҫәлән, Намангандың бер предприятиеһы менән бәйләнеш булдырылды, улар әленән Благовещендағы етештереүгә инвестиция һала. Сәмәрҡәндтәге хеҙмәттәштәрҙән дә тәҡдимдәр бар. Үзбәкстанға иң ҙур бизнес-миссия барҙы, унда 96 эшҡыуар инде. Улар коллегалары менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе, – тине Радий Хәбиров.

Радий Фәрит улы беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры рөстәм Моратовҡа Үзбәкстанға барырға теләгән яҡташтарыбыҙ өсөн туристик пакет буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

– Сәмәрҡәнд – туристар өсөн иҫ китмәле матур һәм ҡыҙыҡлы урын. Беҙҙә Ташкент менән Наманганға тура рейстар бар, унда ҡалалар араһында юғары тиҙлекле поездар йөрөй. Бына тигән туристик продукт әҙерләргә мөмкин. Быйыл йәй үк беҙҙең туристар унда бара алырға тейеш. Һоҡланғыс мәҙәниәт, тәмле ризыҡтар, туристар өсөн хәүефһеҙлек, урындағы халыҡтың дуҫтарса мөнәсәбәте. Беҙҙең бурыс – уңайлы туристик продукт булдырыу, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: