Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Спортҡа финанс ярҙамы арта

“Физик культура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте” дәүләт программаһына төҙәтмәләр индереү талап ителә.

Спортҡа финанс ярҙамы арта
Спортҡа финанс ярҙамы арта

23 майҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика Хөкүмәте ултырышын уҙғарҙы. Унда “Башҡортостанда физик культура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте үҫеше” дәүләт программаһына ҡағылышлы һорауҙар тикшерелде.

Андрей Назаров 2022 йылда спортты финанслау 2020 йыл менән сағыштырғанда яҡынса 1,2 тапҡырға артыуын билдәләне (2021 йылда – 3,5 миллиард, 2020 йылда – 2,7 миллиард һум).

"2023 йылда финанслауҙың дөйөм күләме 4,8 миллиард һум тәшкил итә, был иһә 2021 йыл кимәленән ҡырҡ процентҡа тиерлек күберәк. Беренсе сиратта был Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыуҙың 450 йыллығына арналған эре спорт объекттарын төҙөү менән бәйле", – тине Премьер-министр.

Бынан тыш, быйылдан башлап беренсе тапҡыр 50 миллион һум суммаға киң күләмле физкультура саралары уҙғарыу өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға гранттар бирелә башлясаҡ. Конкурста еңгән һәр проект үҙ йөкмәткеһе менән үҙенсәлекле. Ул сәләмәт тормош алып барыуҙы, халыҡты күпләп физик культураға, спортҡа ылыҡтырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Бөтә үҙгәрештәр ҙә “Физик культура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте” дәүләт программаһына төҙәтмәләр индереүҙе талап итә.

"Республиканың Спорт министрлығы тарафынан дәүләт программаһын маҡсатлы актуалләштереү проекты әҙерләнгән. Ул дәүләт программаһының маҡсаттарын, бурыстарын әүҙемләштереүҙе генә түгел, башҡа ниәттәрҙе лә күҙ уңында тота", – ти республиканың спорт министры урынбаҫары. 

Сергей Алопин билдәләүенсә, проектты ҡабул итеүҙең социаль-иҡтисади һөҙөмтәһе - даими рәүештә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнгән халыҡ өлөшө күбәйһен өсөн шарттар булдырыу. Шулай уҡ йәштәрҙә гражданлыҡ, илһөйәрек, рух, әхлаҡ тәрбиәләүҙе үҫтереү.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в