Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
24 Май 2022, 20:30

"Беҙ уны бик оҙаҡ көттөк"

Спортсы Алһыу Минәзева кемдәргә рәхмәт белдерҙе?

"Беҙ уны бик оҙаҡ көттөк"
"Беҙ уны бик оҙаҡ көттөк"

Байдаркала һәм каноэла йөҙөү буйынса спортсы, яҡташыбыҙ, Өфөнөң 450 йыллығына төҙөлгән ишкәкле слалом ҡоролмалары комплексы амбассадоры Алһыу Минәзева социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҙур төҙөлөш тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

“Йыл башында Инорста 250 метрлыҡ слалом каналы төҙөлә башлағайны. Беҙ уны бик оҙаҡ көттөк һәм үҙебеҙҙә, тыуған Өфөбөҙҙә, үткәрелгән ҙур ярыштарҙа стартҡа сығырбыҙ, тип ышанабыҙ.

Ниһайәт, төҙөлөштө күрергә насип булды. Унан иҫ киткес тәьҫораттар ҡалды!

Эш тулы ҡеүәтенә бара, ҡаҙалар һәм тупраҡты шунда уҡ ситкә ташыйҙар, каналдың үҙәне күренә башлаған да инде. Ә бит күптән түгел генә унда урман үҫкән. Төҙөлөштө 2024 йылда Өфө ҡалаһының 450 йыллығына тамамлау планлаштырыла.

Унан йылы һыу ағыуы ла бик шәп! Сөнки канал Йылы күл менән Ҡариҙелде тоташтырасаҡ. Был йыл әйләнәһенә тиерлек күнекмәләр үткәреү мөмкинлеген бирәсәк. Ә Рәсәйҙә беҙгә был етмәй!

Рәсәйҙең тотош слалом берләшмәһе был каналды түҙемһеҙлек менән көтә.

Уны ысынбарлыҡҡа әүерелдергән кешеләргә рәхмәт”, – тип яҙған спортсы яҡташыбыҙ.

Фото: vk.com/alsumf

Сығанаҡ: vk.com/alsumf

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: