24 майҙа Өфөлә “Быуындар эстафетаһы” волейбол турниры булды. Сара Башҡортостандағы Волейбол йылына ярашлы, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында йәшәүселәргә теләктәшлек белдереү маҡсатында үткәрелде.
Матч алдынан Өфөләге “Урал” клубы волейболсылары спорт разминкаһын эшләне, унда Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан балалар, шулай уҡ баш ҡалалағы 34-се, 7-се спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Шуны әйтергә кәрәк, был көндө Донбасс балалары өсөн мәҙәни сара ойошторолдо: Башҡортостан Республикаһы Милли музейына барҙылар.
Еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Федераль именлек хеҙмәте идаралығы етәксеһе Юрий Серышев, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов, республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Жебровский, Башҡортостандың Волейбол федерацияһы рәйесе Валерий Багметов ҡатнашты.
- Ҡәҙерле дуҫтар, барығыҙға ла сәләмәтлек, түҙемлек, яҡты киләсәккә ышаныс теләйем”, – тине Ирек Сәғитов.
- Башҡортостан Республикаһы – спорт биләмәһе. Йылдан-йыл ул спорт ҡаҙаныштары йәһәтенән дә, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙы ойоштороу буйынса ла күркәмлерәк була бара, – тип белдерҙе Руслан Хәбибов.
Турнир еңеүселәрен кубоктар һәм миҙалдар менән наградланылар, ә Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары балаларына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар.
Фото: БР Спорт министрлығы.