0 °С
Ясна
Өфөнән ресторатор һәм альпинист Сергей Белкиндың белдереүенсә, Эверестҡа сәфәр хаҡы 36 мең доллар тирәһе тәшкил иткән.
“Тауҙарҙа бер ниндәй еҫ юҡ. Тыуған яғыма әйләнеп ҡайтҡас, тәүге көндәрҙә төрлө еҫтәргә шаңҡып йөрөнөм”, - тип белдергән ул “Башинформ” агентлығына.
Ул шулай уҡ сәфәрҙәге ҡатмарлыҡтар, походтарға йөрөүҙе дауам итәсәге, яңы пландары тураһында һөйләгән.
Фото: “Башинформ”.