Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 28 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында “Ағиҙел-2022” йылға буйлап ағып төшөү саралары фестивале үткәрелә. Ул “Өфө ҡалаһында һыу транспортында туристик маҡсатта пассажирҙар ташыуҙы үҫтереү” проектын ғәмәлгә индереү тантанаһына һәм Ағиҙел йылғаһы буйлап навигация миҙгелен асыуға арнала.
Фестиваль барышында ҡунаҡтар өсөн мәҙәни-күңел асыу программаһы: пароходтар парады, туризм-мәғлүмәт үҙәген асыу, “Ағиҙел яры (Дуҫлыҡ монументы) – “Аҡ яр” пляжы маршруты буйынса бергәләп йөҙөп төшөү һәм концерт ҡаралған. Пляжда туристик мунса инергә, спорт уйындарында ҡатнашырға була.
“Ағиҙел” фестивале 28 майҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә, йылға буйлап ағып төшөү 12-лә башлана. Унда байдаркаларҙа, кәмәлә, катамаранда, һалда һ.б. ағып төшөргә мөмкин. Әйткәндәй, йөҙөү саралары араһында конкурс ойошторола. Жюри 10 номинация булдырған. Фестиваль тамамланғас, ҡатнашыусылар “Аҡ яр” пляжында табын ҡороп, палатка ҡуйып ял итә ала.
Фестиваль программаһы менән белаярекафест.рф. һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин, ҡатнашыусыларҙы теркәү ҙә шунда үткәрелә.
Сараны Башҡортостан Хөкүмәтенең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм, Транспорт һәм юл хужалығы министрлыҡтары, Өфө ҡалаһы хакимиәте, республиканың Туризмды үҫтереү үҙәге ойоштора.
Белешмәләр өсөн телефон: 89174184295 Алина Сәйетова, Туризмды үҫтереү үҙәге белгесе.
Фото: белаярекафест.рф.