Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Май 2022, 09:51

“Был үҙәкте ашҡынып көтәбеҙ!”

Өфөлә тағы бер спорт объекты төҙөлә.

Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

23 майҙа Халыҡ-ара спорт көрәше көнө билдәләнде. Борон-борондан үҙенең көрәшселәре менән дан тотҡан Башҡортостан өсөн был – ҙур байрам. Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә лә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо темаға ныҡ иғтибар бирҙе. Ул Спорт министрлығына мәктәптәрҙә спорт көрәшен үҫтерергә ҡушты.

“Был көндө 1904 йылда көрәш буйынса беренсе донъя чемпионаты үткән. Беҙ республикала спорттың был төрөн үҫтереү өсөн ҙур көс һалабыҙ. “Мәктәптәргә – спорт көрәше” программаһына 83 мәктәп ҡушылды. План буйынса 200-гә еткерергә кәрәк”, – тине ул.

Радий Хәбиров Башҡорт­остан­дың Спорт көрәше федера­ция­һының ветерандар советы рәйесе Нурулла Хисмәтуллин менән Спорт көрәше федерация­һының вице-президенты Радмир Хәйруллинға Башҡортостан Баш­лығының Рәх­мәт хатын тапшырҙы.

Ғөмүмән, республикала һуңғы йылдарҙа көрәшкә ҙур иғтибар бүленә. Мәктәптәрҙә секциялар асыла, Өфөлә иһә дәррәү генә Көрәш һарайы төҙөйҙәр.

Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына тип төҙөлгән был объект­тың амбассадоры – Башҡорт­остандың спорт көрәше буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе директоры Александр Николаевич Григорьев.

Ул ундан ашыу спорт мастерын әҙерләгән, ә мастерлыҡҡа кандидаттар һаны 40 кешегә етә. Тырыш хеҙмәте бихисап дәүләт наградалары менән баһаланған. Улар араһында Халыҡтар дуҫлығы ордены, “Башҡортостандың мәғариф отличнигы”, Башҡортостан Башлығының Почет грамотаһы, “Башҡортостандың 100 йыллығы” юбилей миҙалы бар. Шулай уҡ Александр Григорьев республика етәксеһе Радий Хәбировтың беренсе тренеры ла булып тора.

Көрәшселәр был көндө нисек билдәләй икән? Ошо турала Александр Николаевич телевидениеға биргән ҡыҫҡа ғына интервьюһында һөйләне.

– Ҡағиҙә булараҡ, был көндө көрәшселәр йә ярыштарҙа үткәрә, йә спорт залында күнекмәләр ойошторола. Һәр кемдең үҙ эше. Тик шулай билдәләйбеҙ.

Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ был үҙәктең төҙөлөүен әллә ҡасандан көтәбеҙ. Бәлки, элегерәк планда был тиклем ҙур булмағандыр. 2006 –2008 йылдарҙа, Радий Хәбиров Мортаза Рәхимов янында эшләгән ваҡытта, план буйынса ул бәләкәйерәк булырға тейеш ине. Хәҙер иһә, ниһайәт, хыялдар тормошҡа аша башланы. Беҙ үҙебеҙҙең йортобоҙ буласаҡ һарайҙы, күнекмәләр өсөн спорт залдары һәм ярыштар үткәреү өсөн урын булыр тип көтәбеҙ. Унда халыҡ-ара кимәлдәге саралар ҙа ойоштороп буласаҡ. Күнекмәләр өсөн дә шарттар бик яҡшы, заманса халыҡ-ара стандарттарға тура килә.

Көрәш үҫешә, уны яраталар. Ул беҙҙең милли уйын төрөбөҙ ҙә бит. Балалар күп, теләп йөрөй. Проб­лема шунда: тренерҙар өлкәнәйгән. Һәр хәлдә, Өфөлә шундай хәл күҙәтелә. Сәбәбе – бәләкәй эш хаҡы. Радий Фәрит улы Мәскәүҙәге бер форумда был теманы күтәргәйне лә, проблема һаман ҡала килә. Тик барыбер балалар шөғөлләнергә теләй, киләләр. Башҡортостанда совет осоро менән сағыштырғанда яңы урындар барлыҡҡа килде тип әйтә алмайым, әммә электән был спортты яратҡан төбәктәр – Өфө, Октябрьский, Белорет, Нефтекама, Күмертау һаман әүҙем үҫешә. Ә бына Ишембай менән Салауатта әҙерәк һүлпәнлек тойола башланы кеүек. Тренерҙар эшләй, уларға ярҙам итәбеҙ һәм унда ла барыһы ла яйға һалынып китер тип ышанабыҙ. Һуңғы ваҡытта Сибайҙа, Бәләбәйҙә көрәш үҫешә башланы. Тәү сиратта кадрҙар һәм эш хаҡы мәсьәләһен хәл итергә кәрәк, – тине ул.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА әҙерләне.

Читайте нас: