Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Май 2022, 11:00

Ислам һеҙҙең ярҙамға мохтаж!

Ғарифуллиндар ғаиләһендә биш егет үҫә, уларҙың өсәүһе – футболсы. Әммә бөгөн Исламға ярҙам кәрәк: милләттәшебеҙ өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәһәгеҙ ине.  

Ислам һеҙҙең ярҙамға мохтаж!
Ислам һеҙҙең ярҙамға мохтаж!

Хөрмәтле милләттәштәр, бөгөн һеҙгә бер бәләкәй генә үтенес менән мөрәжәғәт итәбеҙ:  14 йәшлек футболсы, Ислам Ғарифуллин тигән милләттәшебеҙгә ярҙам кәрәк:  https://vk.com/wall-212428561_308?w=wall-212428561_308 һылтанмаһы буйынса ул индергән голға тауыш бирһәгеҙ ине. Тауыш биреү бөгөн кискә тамамлана, шуға ла дәғүәсе ҡапҡаһына матур гол индергән башҡорт егетен алға сығарыу фәҡәт беҙҙән тора.

Ислам Йәштәр лигаһында “Өфө” футбол клубы өсөн уйнай. Әлеге ваҡытта лиганың Волга буйы төбәктәре араһында үткән төп йыл турниры бара, ул бер нисә турҙан тора. Исламдыңуйында үҙен һөнәри йәһәттән ыңғай күрһәтә алғаны, гол индерә алғаны – үҙе үк ғорурлыҡ.

Исламдың ғаиләһенә килгәндә, бынан ике йыл элек республиканың бер төркөм әсәләренә юғары награда – “Әсәлек даны” миҙалын тапшырғайнылар. Уңған һәм булдыҡлы гүзәл заттар араһында яҡын танышым, Сибай ҡалаһынан килгән Әлиә Ғарифуллина ла бар ине. Ул – Исламдың әсәһе.

Учалы ҡалаһында тыуып үҫкән һылыу ҡатындың сағыулығы, мөләйемлеге һәм диндар кешеләргә хас булғанса, бик ипле, килешле итеп кейенеүен билдәләмәйенсә мөмкин түгел ине.

– Минең ике яҡтан да өләсәйҙәрем күп балалы булған: береһе – биш, икенсеһе һигеҙ балаға ғүмер биргән. Бала сағым үткән быуаттың 90-сы йылдарына тура килде. Еңел заман түгеллеген беләһегеҙ. Ғаиләлә ике бала хаттин ашҡан тигән төшөнсә лә һеңдерелде. Әммә эргә-тирәмдә күп һанлы туғандарымдың булыуы, һәр саҡ бер-береһенә ҙур терәк һәм ярҙамсы булып йәшәүе, ике туғандарым менән үткәргән күңелле, бәхетле бала сағым, күрәһең, булмышыма һеңеп ҡалғандыр. Шуға ла инанам: ғаилә күп балалы булһа, унда бәхет тә күберәк!

Сибай институтында белем алғанда өсөнсө курстан һуң Ринат Ғарифуллин исемле егеткә кейәүгә сыҡтым. Бер-бер артлы биш улымдың донъяға килеүе миңә ҡамасау булманы, сөнки эш менән бала тәрбиәләүҙе бергә алып барып була тип иҫәпләйем. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ бәхете – ғаиләлә, балаларыңдың иҫән-һау булыуында, ата-әсәһен шатландырып үҫеүендә. Аллаһ Тәғәләнең беҙгә Дауыт, Ислам, Рамаҙан, Мөхәммәт һәм Абдрахман исемле биш ул бүләк итеүенә мең рәхмәт. Улар – тормошобоҙҙоң асылы, төп мәғәнәһе, – тигәйне Әлиә Марат ҡыҙы.

Ғарифуллиндарҙың өлкән улдары Дауыт та профессиональ футбол менән шөғөлләнә, спорт йүнәлешле 5-се Республика мәктәп-интернатын тамамлаған. “Өфө” футбол командаһының йәштәр төркөмөндә уйнай.

Әйткәндәй, Ғарифуллиндарҙың тағы ике улы “Өфө” футбол командаһының үҫмерҙәр төркөмөндә уйнай, бәләкәстәре ағаларының юлын һайлармы – ваҡыт күрһәтер.

Фото геройҙарҙың шәхси архивынан.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: