Бөтә яңылыҡтар

Мария Ситтель Бөрйәнгә барырмы?

Уға республика Башлығы нимә тип тәҡдим итте?

Мария Ситтель Бөрйәнгә барырмы?
Мария Ситтель Бөрйәнгә барырмы?

Башҡортостан Башлығы Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәхет биләмәһе” Бөтә Рәсәй асыҡ академияһына ярашлы үткәрелгән “Бәхет һиндә” телепроектында республика етәксеһе алдындағы төп бурыстарҙың береһе унда йәшәгән халыҡҡа бөтә тәбиғәт гүзәллеген күрһәтеү тип билдәләне.

Рәсәй-1 телеканалының тапшырыуҙар алып барыусыһы Мария Ситтель ғаиләһе менән республиканы күҙ алдына килтереү өсөн уның ҡайһы төбәгенә сәфәргә сығыу буйынса кәңәш һораны. Башҡортостан Башлығы иң тәүҙә Шүлгәнташ мәмерйәһенә барырға кәңәш итте.

“Унда икһеҙ-сикһеҙ матурлыҡ, әгәр ерҙә ожмах булһа, күрәһең, ул тап шундалыр. Мәмерйәлә ҡаяға төшөрөлгән боронғо һүрәттәр. Беҙ унда музей комплексы төҙөнөк. Уны 9 июлдә асырға уйлайбыҙ”, – тине Радий Хәбиров. Ул ғаиләһе менән республика буйлап сәйәхәттәрҙә булыуы хаҡында һөйләне, бөтә ир-атты хәләл ефеттәрен алып, руль артына ултырып, сәйәхәттәргә сығырға саҡырҙы.

Фото: “Башинформ”.

Мария Ситтель Бөрйәнгә барырмы?
Мария Ситтель Бөрйәнгә барырмы?
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в