Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Май 2022, 10:09

Стәрлетамаҡтарҙың биле ныҡ

“Ашҡаҙар” гәзите кубогы өсөн 80-дән ашыу спортсы көрәште.

– Искәндәр, әйҙә, әйҙә!

– Аҫтаныраҡ ал! Аҫтаныраҡ!

– Көслөрәк һелтән. Кәүҙәңде өйрөлт! Кәүҙәңде!

...Яҡты ут, шығырым тулы зал. Уртала – махсус келәм. Ҡапыл ғына тамашасы гөр килеп ҡул саба башланы. Келәмдә бәһлеүән кәүҙәле ике спортсы пәйҙә булды. Араларында – судья. Өс, ике, бер – киттек!

Көрәшселәр күҙгә-күҙ осраш­ҡас, ике арала осҡондар уйна­ғаны һиҙелде, бер-береһен һы­нап ҡарағандан һуң, Стәрле­тамаҡ көрәшсеһе дәғүәсеһен бер аҙ күтәреп йыҡҡандай була, шунан тағы ла бар тауышына ҡысҡы­рып ебәрә лә, көнәркәшен ерҙән йәшен тиҙлегендәй айырып, арҡаһына тәгәрәтә... Көйәр­мәндәр араһын­да “Афарин!” тигән тауыштар ишетелеп ҡала. Стәрле­тамаҡта “Ашҡаҙар” гәзите кубогына (приз­дарына) көрәш буйынса асыҡ ҡала турниры бына шулай гөр­ләп уҙҙы.

Сара быйыл икен­се тапҡыр ғына ойошторолоуға ҡара­маҫ­тан, ке­ләмгә төрлө район һәм ҡа­ла­ларҙан килгән 10 команданан 90-ға яҡын спортсы сыҡты, келәм­дә береһенән-береһе көс­лөрәк батырҙар алмашып торҙо.

Ярышты асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығының йәмә­ғәтселек менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары Павел Шорохов, “Баш­ҡортостан Республи­каһы” нәшриәт йортоноң медиа-директоры Айнар Байбулатов, Баш­ҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Баш­ҡорт­остан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, “Ашҡаҙар” гәзи­тенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров, “Юрматы” көрәш клубы етәк­сеһе Илшат Ҡотлошин, Стәрле­тамаҡ ҡалаһы ҡала округы депутаты Ратмир Фәхриев, Владимир Петров һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

– “Ашҡаҙар” гәзите ошо турнир менән үҙенең бәҫен, әһәмиәтен тағы ла нығыраҡ күтәрә, гә­зит­кә ҡарата ҡыҙыҡ­һыныу уята. Ә уға ҡыҙыҡһыныу бул­һа, ул әле йәшәйәсәк тигән һүҙ. Гә­зиттең мә­ҡәләләр ме­нән генә сик­лән­мәүе бик ҡыуа­ныс­лы, – тип тәб­рикләү һүҙҙә­рен еткерҙе Павел Николаевич. – Бөгөн бында иң көслө көрәшселәр йыйылған, – тип өҫтәне ул.

Айнар Байбулатов әйтеүенсә, был сара бик үҙенсәлекле, хатта ошо проектты грантҡа ла тәҡдим итергә мөмкин. Вәдүт Исха­ҡов билдәләүенсә, Стәрлетамаҡ ҡала­һы үҙенең танылған журналистары менән генә түгел, абруйлы шәхес­тәре, батырҙары менән дә дан тота.

– “Ашҡаҙар” гәзитен ҡаланың көҙгөһө тип йөрөтәләр һәм был, ысынлап та, шулай. Бында төрлө хәлдәр, кешеләр, ойошмалар, саралар тураһында яҙылып ҡына ҡалмай, шул уҡ ваҡытта төрлө проекттар ҙа тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, бө­гөнгө көрәш турниры, Башҡорт­остан Республи­каһы Башлығы Грантына социаль селтәрҙәрҙә “Мин башҡортса бейейем”, гәзиттең баҫма версияһы “Рәсәй байлығы – ғаилә” федераль грантына лайыҡ булды, – тип һөйләне үҙенең сығышында Рәмил Мансуров.

Боронғо заманда башҡорт малайҙарының күбеһе көрәш буйынса беренсе һабаҡтарын үҙенең яҡын туғандарынан алған: ата­һы­нан, ағаларынан. Тирә-яҡҡа дан­лыҡлы көрәшселәр урындағы егет­тәрҙе көрәш алымдарына өйрәткән. Башҡорт балаларын көрәшкә өйрәтеү башҡорт халыҡ ижадында ла сағыла. Мәҫәлән, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосында Ҡарабай үҙенең улы Ҡуҙыйкүрпәсте көрәш алымдарына өйрәткән, тиҫтерҙәре менән көрәшергә мәжбүр иткән.

Көрәш – тормоштоң үҙе тигән­дәй, һәр көрәшсенең яҙмышы ке­ләмдә һыналды. Бында йә һин дәғүәсеңде еңәһең, йә ул – урта­лыҡ юҡ һәм булыуы мөмкин дә түгел.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһы көрәшсе­ләре командаһы еңеү яуланы һәм, йолаға ярашлы, ошо турнирҙың бағыусыһы, фермер Урал Әлим­баевтан төп бүләк – һарыҡ менән бүләкләнде! Икенсе урынға – Ишембай, өсөнсө урын­ға Стәрлебаш районы вәкилдәре сыҡты. Бынан тыш, көрәшселәр­ҙең дә үҙ ауырлыҡ үлсәмендә еңеү­селәр билдә­ләнде. Мәҫәлән, Стәрлета­маҡтан Искәндәр Әхмә­ров, Тимофей Теплов, Айнур Хәлитов, Ишембайҙан Айнур Аҙнабаев һәм Стәрлебаш райо­нынан Рияз Сәғетдинов, Ринат Исхаҡов беренсе урынды яуланы.

Стәрлебаш районының Йә­лем­бәт уҡыусыларының көрәш буйынса тренерҙары Инсаф Фәй­зуллин әйтеүенсә, турнирға дүрт бала килгән. Мәктәптәрендә кө­рәш клубы күптән эшләп килә, әле 30-ҙан күберәк бала шөғөл­ләнә.

– Беҙҙең район спортсыларын башҡа ҡалаларҙа ла белһендәр, күрһендәр, ҡабул итһендәр, тип тырышам, – ти ул, үҙенең кө­рәш­селәре менән ғорурланып.

Кеше һәр уңышһыҙлыҡтан үҙе өсөн һабаҡ ала, өйрәнә, тәжрибә туплай. “Көрәш – тормош юлында осраған кәртәләрҙе башты юғары күтәреп үтер өсөн ҙур сы­нығыу мәктәбе. Ул юғалып ҡал­маҫҡа ярҙам итә” тигән кәңәштәре аша тәжрибәле тренер спортсыларына еңеүгә этәргес бирә.

Айнар БАЙБУЛАТОВ, “Башҡорт­остан Республикаһы” нәшриәт йорто­ноң медиа-директоры:

– Бөгөн мин спорт менән баҫманың айырылғыһыҙ бер бөтөн икәнлегенә инандым. “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мө­хәррире Рәмил Мансуров шул тиклем ҙур сара ойошторған. Ул йәш көрәш­селәрҙе, тре­нерҙарҙы, муниципалитет етәк­селәрен һәм журна­лис­тарҙы берләштереүгә ҙур өлөш индерҙе. Бында килгән йәш спортсылар көс һынашып ҡына ҡалманы, бүтән район һәм ҡала­ларҙан йәштәштәре менән дә аралашты. Рух асылын сағылдырған “Аш­ҡаҙар” гәзитенә һәм ошо турнирҙы ойош­торорға ярҙам иткән ҡала хаки­миәтенә һәм бағыусыларға ҙур рәхмәт!

 

Искәндәр ӘХМӘРОВ, көрәшсе (Стәр­летамаҡ ҡалаһы):

– Келәмгә баҫҡанда тәүҙә тулҡынла­ныу, ҡурҡыу тойғоһо ла булды. Аҙаҡтан ҡаршыма көрәшергә баҫҡан кешенең күҙҙәрендә лә шул уҡ тойғо­ларҙы уҡы­ным. Шулай ҡурҡыу хисе юғалды. Стәрлетамаҡ “Юрматы” көрәшселәр клубында ете йәштән бирле шөғөл­ләнәм. Ҡаҙаныштарыбыҙ менән тре­нер­ҙарыбыҙ Шайморат Ғузинға, Динар Аҡҡужинға бурыслыбыҙ. Барыбыҙ ҙа улар һымаҡ көслө, батыр булырға теләй. Үҙебеҙҙе һынап ҡарау ниәтенән ошондай турнирҙа ҡатнашыуыма шатмын. Киләсәктә лә Стәрлетамаҡ командаһының күп еңеүҙәре булырына ышанам.

 

Айнур КИНЙӘБАЕВ, Ишембай ҡала­һының көрәшселәр клубы тренеры:

– Тормошта уңышҡа өлгә­шәм тиһәң, көрәш, тиҙәр. Ысынлап та, көрәш менән шө­ғөлләнеү – үҙеңдең киләсәгеңде ҡайғыртыу, киләсәгеңә инвестиция тип уйлайым. Егет­тәребеҙҙең күбеһе етәксе булып китә, юғары вазифаларҙа эшләй. Уларҙы кешеләр көрәш буйынса төрлө ярыштарҙа күрә, таный башлай. Көрәш­селәр – бик амбициялы, йәғни ғорур, маҡсатына ынтылыусан халыҡ. Шуға ла уларға һәр ерҙә лә юл асыҡ.

Ошо ярышҡа Ишембай нефть колледжынан 17 кеше килдек. Беҙҙең көрәшселәр түңәрәгендә ҡырҡлаған студент шөғөлләнә.

 

Айһылыу АБДУЛЛИНА, тамашасы:

– Бөгөнгө турнирҙа улыбыҙ Инсаф ҡатнашты. Ул Стәр­ле­тамаҡ ҡалаһы­ның Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө баш­ҡорт гимназияһында уҡый. Үҙе те­ләп көрәш түңәрәгенә йөрөй башланы. Минеңсә, был спорт төрө тәртипкә, яуаплылыҡҡа өйрәтә. Улыбыҙҙы мәктәптә генә түгел, өйҙә лә милли рухта тәрбиәләргә тырышабыҙ, башҡорт бейеүҙәрен бейей, туған телдә генә аралашабыҙ.

Гөлкәй ҠЫУАТОВА,

Рәмил ҒӘБДРӘШИТОВ.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Читайте нас: