Бөгөн Өфөләге “Динамо” стадионында “Дуҫлыҡ” кубогына һәм “Алтын штурмовка” призына янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу спорты буйынса халыҡ-ара ярыштары тантаналы асылды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрының граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса беренсе урынбаҫары, эске хеҙмәт генерал-полковнигы Александр Чуприян, Рәсәйҙең Янғын-ғәмәли спорт федерацияһы президенты Сергей Кудинов, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов һәм башҡалар ҡатнашты.
"Хөрмәтле ҡотҡарыусылар, ҡунаҡтар, көйәрмәндәр! Беҙҙең өсөн спорт сараларын үткәреү - намыҫ ҡушыуы, - тине Радий Фәрит улы. - Әлеге сара - көслөләр спорты. Был - көслө ирҙәр спорты. Был - бик яуаплы һәм ауыр спорт. Ҡотҡарыусылар - ҡаһарман кешеләр. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Һеҙгә ҙур еңеүҙәр теләйем".
Тантанала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына ике автобус - "НефАЗ" һәм "ГАЗель" бүләк ителде.
Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу спорты – етеҙҙәр, ҡыйыуҙар, көслөләр, сабырҙар спорты. Тантанала сығыш яһаған һәр кем ошоно билдәләне. Көйәрмәндәр, спорт һөйөүселәр Беларусь, Үзбәкстан, Рәсәй, Һиндостан, Башҡортостан спортсыларын сәләмләне.
“Олимп” өлгөлө эстрада-спорт студияһы республиканың Спорт министрлығы бейеүселәре менән берлектә “Беҙ – Рәсәй балалары” бейеүен башҡарҙы. Өфө дәүләт авиация техник университетынң “Айтуған” халыҡ ансамбле сығышын да ихлас ҡараны халыҡ. “Ассоль” өлгөлө вокал-хореография ансамбле, “Хазина” этно-проекты, “Забава” милли ҡорамалдары ансамбле һәм башҡаларҙың сығышы ла сараға йәм өҫтәне.
Бөгөн ярымфинал һәм финал ярыштары булды. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар уҡыу башняһының икенсе ҡатына штурмлау баҫҡысында күтәрелеү буйынса һынау тотто. Ир-егеттәр иһә штурмлау баҫҡысында дүртенсе ҡатҡа күтәрелеүҙә ярышты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был спорт сараһы 1 июнгә тиклем бара, инеү бушлай.
Автор фотолары.