Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
29 Май 2022, 22:15

Афарин, Эльза!

Был спорт сараһы 1 июнгә тиклем бара, инеү бушлай. Килегеҙ, ҡарағыҙ.

Афарин, Эльза!
Афарин, Эльза!

Бөгөн Өфөләге “Динамо” стадионында “Дуҫлыҡ” кубогына һәм “Алтын штурмовка” призына янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу спорты буйынса халыҡ-ара ярыштарҙың икенсе көнө тамамланды.

Спортсылар төрлө ҡаршылыҡтар аша арауыҡтарҙа ярышты. Тәү ҡарамаҡҡа дистанция ҡыҫҡа ғына тойолһа ла, 100 метрға уҙыш етди иғтибар һәм барлыҡ көсөңдө һалыуҙы талап итә. Бер нисә метрҙан һуң спортсы ҡойма аша үтә, янғын рукавын эләктерә, бүрәнә буйлап йүгерә...

Иң яҡшы һөҙөмтәләргә Алексей Родин (Рәсәй) өлгәште, икенсе урынға - Шамхан Кубаев (Рәсәй), өсөнсөгә Никита Уколов (Беларусь) сыҡты.

Гүзәл зат вәкилдәре араһында Башҡортостандан Эльза Әбүбәкероваға тиңдәр табылманы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Рәсәй спортсылары Ирина Сергиенко менән Олеся Ценова бүлеште.

Кисәге көндән айырмалы, бөгөн тәбиғәт үҙе спортсыларға булышлыҡ итте: йылы ҡояш нурҙары иркәләһә, еңелсә иҫкән ел тиҙлеккә ыңғай йоғонто яһаны.

Иртәгә сәғәт 11-ҙә йәнә ярыштар башлана. Килегеҙ, ҡарағыҙ, баһалағыҙ. Был спорт сараһы 1 июнгә тиклем бара, инеү бушлай.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Афарин, Эльза!
Афарин, Эльза!
Афарин, Эльза!
Афарин, Эльза!
Афарин, Эльза!
Афарин, Эльза!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: