Ниндәй генә башҡорт ат сабыштарын яратмаһын?! Һыбайлыларҙың елдәй елдереп беренселек өсөн көрәшеүе үҙенә күрә бер мауыҡтырғыс, һоҡландырғыс күренеш ул. Шуға элек-электән ошо спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныу көслө булған.
Спорт һөйөүселәр, көйәрмәндәр Өфөләге Т.Т. Кусимов исемендәге “Аҡбуҙат” ипподромында башланған "Терра-Башҡортостан" ат спорты турнирының сираттағы миҙгелен түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Кисә тәүге ярыштарҙың еңеүселәре асыҡланды.
Әйткәндәй, быйылғы - дүртенсе - турнирҙың приз фонды 10 миллион һум тәшкил итә. Унда, дөйөм алғанда, башҡорт тоҡомло аттарҙа 200 һыбайлы ярышасаҡ.
28 майҙа үткәрелгән тәүге сабыштарға популяр актер, кинорежиссер, легендар “Бригада” фильмында төшкән Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Дмитрий Дюжев та килде. Ул комментатор янында бәйгене баһалап ултырҙы, еңеүселәрҙе ҡотланы, уларға үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Ипподром эсенә ҡуйылған күргәҙмәләр менән дә ихлас танышты. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында ойоштороусылар: "Дмитрий Петровичҡа беҙҙең милли турнир бик оҡшаны. Мәскәүгә башҡорт аты менән генә ҡайтып китер инде", - тип мәрәкәләне, уға ихлас ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт әйтте.
Ярыштар барышында бәләкәстәр өсөн бушлай уйын майҙансыҡтары, батуттар, аквагрим эшләне, шулай уҡ төрлө бүләктәр отоу мөмкинлеге булған конкурстар ойошторолдо.
Бәйгелә спортсылар 16 төркөмгә бүленеп ярышты. Һәр ҡайһыһындағы еңеүселәр бүләкләнде. Улар араһында, мәҫәлән, Бөрйән районынан Фидан Мәжитов та бар - үҙ заезында беренсе урын алып, артабанғы этапҡа үтте. Быға тиклемге миҙгелдәрҙә лә ҡатнашҡан ат спорты оҫтаһы әлеге бәйгегә улы Ханнанды ла алып килгәйне. Үҫмер, Өфө ипподромында тәүге тапҡыр сапһа ла, уңышҡа өлгәште. Тимәк, "Терра-Башҡортостан" турнирының киләсәге бар. Унда ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ!
Фото: "Аҡбуҙат" ипподромының "Бәйләнештә"ге төркөмөнә ҡуйылған видеояҙманан скриншоттар.